Ошо бәләкәс кенә дүрт юллыҡ шиғырҙың эстәлеге хәс тә беҙҙең 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, 4 «в» класы етәксеһе Гөлфиә Мөхйәнова тураһында һы-маҡ. Беренсе осрашыуҙан уҡ Гөлфиә Ғәфүр ҡыҙы балаларҙың ғына түгел, ата-әсәйҙәрҙең дә күңеленә хуш килде. Ихласлығы, ғәҙеллеге, иғтибарын һәр балаға тигеҙ бүлеүе һәм мөләйемлеге менән арбаны ул. Шуға ла һәр кем үҙ йондоҙсоҡтарын уға ышанып тапшырҙы. Кәрәк саҡта балаларға ҡарата талапсан була белә, көн дә ҡыҙыҡлы, эстәлекле дәрестәр үткәрә, уҡыусыларға төплө һәм яҡшы белем бирә. Минең ҡыҙым һәр ваҡыт мәктәпкә ашҡынып бара, бер генә дәресте лә ҡалдыр-ғаны булманы. Уҡытыусыбыҙ белем генә биреп ҡалмай, тәрбиә өҫтөндә лә эшләй. Ҡул эштәренә лә, сит ерҙә үҙеңде дөрөҫ тоторға ла, үҙаллылыҡҡа ла өйрәтә.
Коллегалары араһында ла Гөлфиә Ғәфүр ҡыҙы хөрмәт яулап өлгөргән. Йәш уҡытыусылар кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Беҙҙең уҡытыусы тәжрибәһе менән ихлас күңелдән бүлешә. Йомартлығы, һүҙгә байлығы һәм айыҡ аҡыл менән эш итә белеүе ихтирамға лайыҡ.
Яңыраҡ билдәләнгән Уҡытыусылар көнө уңайынан Гөлфиә Ғәфүр ҡыҙына йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрҙе еткерге килә. Рәхмәт әйтеп, баш эйәбеҙ һеҙҙең алда.
Һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм ауыр эшегеҙҙә еңеллек теләйбеҙ.
25-се башҡорт гимназияһының 4 “в” класы ата-әсәләре исеменән.