Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 12:41

Уҡытыусы булыу был тормошта Бирелмәгәндер ул һәр кемгә

Уйлап ҡараһаң, һәр һөнәрҙең үҙ ҡатмарлығы бар. Бер генә эште лә еңел, тип әйтеп булмай. Тик, шулай ҙа, уҡытыусы һөнәре иң ауырҙарҙан һәм изгеләрҙән булып ҡала.

Остаз булыу һәр кемгә лә бирелмәгән. Был өлкәлә тик түҙемдәр, сабырҙар, тырыштар, ә иң мөһиме, балаларҙы яратҡандар ғына хеҙмәт итә ала. Уға бит иң яуаплы эш йөкмәтелгән: үҙе уҡытҡан фәнгә һөйөү уятып, балаларҙы белем тауына етәкләп мендереү һәм оло тормошҡа аяҡ баҫтырыу. 8-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ғарипова был һөнәрҙе һайлағанына бер ҙә үкенмәй.

- Ниңә генә еңелерәк башҡа өлкәлә туҡталманым икән, тигән уй бер ваҡытта ла башыма ингәне булманы. Киреһенсә, хеҙмәтем миңә көс, дәрт бирә, ҡанат ҡуя. Бала саҡтан килгән хыял был. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, класс етәксем Суфия Ҡотлоюлова - идеалым булды. Ул уҡытыусыны яратмаған, ихтирам итмәгән кеше булмағандыр. Дәрестәре шул тиклем мауыҡтырғыс үтер ине. Шуға һәр ваҡыт уға оҡшарға тырыштым. Уҡыуҙан ҡайтып өйҙө тиҙ генә йыйыштырып ҡуябыҙ ҙа, һеңлеләрем менән «мәктәп» уйнайбыҙ. Әсәйем көнө буйы эштә. Бәләкәйерәк туғандарымдың дәрестәрен әҙерләтәм, тикшерәм. Күрәһең, ул ваҡытта уҡ талапсан булғанмындыр. Һеңлеләрем, минән ҡурҡып, көндәлектәрен йәшереп ҡуялар икән. Был серҙәрен әле яңыраҡ ҡына астылар, - ти Альбина Малик ҡыҙы.

Көнө-төнө «уҡытыусы» булып уйнауҙың эҙемтәләре лә көн кеүек асыҡ инде - ғаиләләге ете баланың дүртәүһе педагог булып китә. Альбина Ғарипова Стәрлетамаҡ институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Нефтекама ҡалаһында башлай. Ун йыллап эшләгәндән һуң, Салауатҡа килә, 17-се мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып урынлаша. 2005 йылдан - 8-се лицейҙа. Тәжрибәле педагог, балаларҙы яратмайынса, мәктәптә эшләп булмай, тигән фекерҙә.

- Бала йөрәге бик һиҙгер, уларға ҡарата тупаҫ, ҡаты булырға ярамай. Аралашҡанда йөҙөңдән ихласлыҡ бөркмәһә, сырайың нурһыҙ булһа, әйтелгән һүҙҙәр бала йөрәгенә бер ҡасан да барып етмәйәсәк. Шуға наҙлап, һөйөп, күңелдәренә асҡыс таба белергә кәрәк. Бөтә балаларҙы ла берҙәй яратам. Минең өсөн көслө - көсһөҙҙәр, һәләтле - һәләтһеҙҙәр юҡ. Хатта йәйге ял ваҡытында ла һағынып өлгөрәм үҙҙәрен, - ти ул.

Тел уҡытыусыһының төп бурысы - уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уның нескәлектәренә өйрәтеү.

- Рәсми үткәрелгән дәресеңде улар тыңлап та тормаясаҡ. Шуға әртис ролен дә башҡарырға тура килә. Ҡатмарлы тәржемәләр менән балаларҙың башын ҡатырмайым. Аңлашылһын өсөн теманы ябайыраҡ итеп еткерергә тырышам. Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйбөҙ, диалог формаһын ҡулланабыҙ. Аҙ ғына сәғәттәр эсендә бөтәһен дә шатырлатып башҡортса һөйләшергә өйрәтеп булмай барыбер. Әле яңы уҡыу ҡулланмалары көтәбеҙ. Был әсбаптарҙы Өфөгә семинарға барған ваҡытта күреп ҡайттыҡ. Ябайлаштырылып төҙөлгән, һөйләү телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән ул. Бик оҡшаны, - ти Альбина Малик ҡыҙы.

Уҡытыусының эш көнө нормаһыҙ. Һуңлап ҡайтыуҙар, семинар-кәңәш-мәлә ҡатнашыуҙар, саралар уҙғарыу... Әгәр ғаиләлә аңлау тапмаһа, остазға, моғайын, ауырға төшөр ине. Был йәһәттән Альбина Малик ҡыҙы бәхетле.

- Тормош иптәшем һәр ваҡыт аңлап тора. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Мәктәптә һуңға тиклем ҡалған ваҡыттарҙа сәйҙәр ҡайнатып алып килә, көтөп ултыра. Бер ваҡытта ла ҡырын һүҙ әйткәне, ҡәнәғәтһеҙлек белдергәне юҡ. Шулай булмаһа, уҡытыусы иркенләп йөрөп эшләй алыр инеме ни?! - ти педагог.

Альбина Малик ҡыҙының ғаиләһендә ике ул үҫә. Өлкәне ғаиләле, 3-сө класта уҡыған ейәнсәре өсөн бәхетле өләсәй ҙә ул. Бынан тыш, ул йүгерә, бассейнға йөрөй. Ғөмүмән, әүҙем тормош рәүеше алып барырға ярата.

- Бәләкәйҙән йүгерҙем, әле лә был ғәҙәтемде ташламайым. Тик кенә ултырырға яратмайым. Кешеләр менән аҙ ғына аралашмай, һөйләшмәй торһам да, тиҙ генә эсем боша, күңелһеҙләнә башлайым, - тип йылмайып ҡуйҙы уҡытыусы.


Читайте нас: