газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Октябрь 2019, 12:40

Мин-тәрбиәсе!

Мин-тәрбиәсе! 35 йыл балалар баҡсаһында эшләү дәүерендә янымда һәр ваҡыт балаларҙың көлөү тауыштары, уларҙың алсаҡ, донъяға нур һәм йәм һибеп торған йөҙҙәре.

Ә кем һуң ул тәрбиәсе? Үҙемә ошо һорауҙы бирәм дә уйҙарға сумам, сөнки күҙ алдыма балаларҙың һинән барлыҡ һорауҙарға яуап көткән ҡараштары, йүгерешеп күңелле уйнауҙары, йырлап-бейеүҙәре - барыһы ла килеп баҫа...

Бала саҡты мин әкиәт донъяһылай күҙ алдыма килтерәм. Ул кеше ғүмеренең иң матур, ғәмһеҙ, бәхетле миҙгеле. Мин - тәрбиәсе һәм, әйтерһең дә, шул матур миҙгел тағы ла шатлыҡлыраҡ, файҙалыраҡ, онотолмаҫлыҡ булһын өсөн ергә яратылғанмын.

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Әгәр ҙә ошо саф, ҡарҙай ап-аҡ ҡағыҙ битенә нимәнелер дөрөҫ яҙмаһаң, киләсәктә был хатаны төҙәтеүе бик ауыр буласаҡ, сөнки кешене бәләкәй саҡтан уҡ шәхес итеп тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн миңә, үҙ сиратымда, профессиональ яҡтан белемле, аҡыллы, маҡсатыма ынтылыусан, ярҙамсыл, итәғәтле булыу мөһим.

Мин үҙемде әкиәттәге тылсымсы кеүек тоям. Сөнки тәрбиәсенән һәр бала ниндәйҙер мөғжизә көтә. Мин - тылсымсы, тылсымлы таяғым менән бер һелтәүҙә балаларға барыһын да асып һалам, тәү ҡараштан уларға таныш булмаған ҡатмарлы әйберҙәрҙе ябай итеп күҙ алдына баҫтырып, киләсәк тормошҡа әҙерләйем. Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, ата-әсәһенә һөйөү тәрбиәләйем.

Мин үҙемдең тормошомдо балалар баҡсаһынан башҡа, балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һәр көн һайын мин кескәйҙәремдең күҙҙәренә ҡарайым: уларҙа күпме кисереш, ҡыҙыҡһыныу, күпме өмөт осҡондары күрәм. Мин ошоларҙы күрәм һәм үҙ эшемде шул тиклем ныҡ яратыуымды аңлайым.

Минең бәхетемдең бер өлөшө - ул мин яратып һайлаған һөнәрем! Бик оҙаҡ эшләү дәүерендә “балалар баҡсаһы” тип аталған донъя минең икенсе өйөмә әүрелде.

Ә иртәгә мин тағы ла баҡса ишеген асасаҡмын һәм серле, мең төрлө һорауҙарға тулған, мөғжизәле бала саҡ донъяһына сумасаҡмын...


Читайте нас: