2007 йылға тиклем балалар баҡсаһы ҡалабыҙҙың 25-се башҡорт гимназияһының башланғыс баҫҡысы булып торҙо. Унан айырылғас та, балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү эше дауам ителде. Был, әлбиттә, ошо дәүерҙә балалар баҡсаһы менән етәкселек иткән Минзәлә Әминева, Эльвира Ваһапова, Фаягөл Горобец һәм тәрбиәселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте емеше булды.
Бөгөнгө көндә 53-сө балалар баҡсаһы ике корпустан тора. Беренсе корпусында тәрбиәүи белем биреү эше Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп, региональ һәм педагогик коллектив тарафынан төҙөлгән башҡортса мәктәпкәсә белем биреү программаларына таянып, тулыһынса башҡорт телендә алып барыла. Быйылдан алып 2-се корпусында башҡорт фольклор түңәрәге асылды. Ошо йылы, яҡты тәрбиә биреү усағын-да Илүзә Байгилдина етәкселегендә туған теле, республикаһы, халҡының киләсәге өсөн янған сая башҡорт ҡыҙҙары эшләй. Уларҙың барыһы ла педагогик квалификацияға эйә. Эштәрен улар яңы педагогик алымдар, проект ысулдарын ҡулланып, ижади оҫталыҡ менән башҡара.
Беҙҙең балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар эшләп бөгөнгәсә хеҙмәт итеүсе абруйлы тәрбиәселәр Роза Бураҡанова, Рәхимә Хәйбуллина, Дилә Мәһәҙиева, Әлфиә Баймырҙина йәш тәрбиәселәргә үрнәк һәм ярҙамсы булып тора. Уларҙан һис ҡалышмай, бала күңелен арбай белгән йәш тәрбиәселәр Лилиә Асҡарова, Ынйы Вәлиева, Дәриға Ҡорбанғәлиева, Гөлназ Мәсәғотова, Гөлназ Мортазина, Гөлшат Хужахмәтова, балаларҙы йыр-моң менән әүрәткән музыка етәксеһе Аида Хәбибуллина һәм үҙ эшен яратып башҡарыусы педагог-психолог Ләйсән Хәфизова кескәйҙәргә үҙҙәренең йөрәк йылыһын биреп, тыуған төйәгебеҙгә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләйҙәр.
Балалар баҡсаһы төрлө кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, спорт һәм хәүефһеҙлек ярыштарында бик әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының үҙенең дә матур йолалары бар: милли традицияларға нигеҙләнеп «Сөмбөлә», «Шәжәрә», «Ҡаҙ өмәһе», «Балаҫ һуғыу», «Ҡарға бутҡаһы», «Һабантуй» байрамдары башҡорт телендә даими уҙғарылып тора. Сараларҙың матур итеп үтеүендә ата-әсәләрҙең дә роле бик ҙур. Баҡсабыҙҙа ойошторолған һәр сара уларһыҙ уҙмай. Әлбиттә, был эш тәрбиәселәрҙең ата-әсәләр менән тығыҙ һәм ижади эшләй белеүенән ғибәрәт.
Бөгөн - Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү учрежде-ниеһы хеҙмәткәрҙәре көнө. Беҙҙең 53-сө балалар баҡсаһы коллективы артабан да бала күңеленә белем һәм тәрбиә биреү кеүек тынғыһыҙ хеҙмәттәрен һүрелмәҫ дәрт, рухи күтәренкелек һәм ижади ҡараш менән уңышлы алып барыр, тип ышанам.