Фотолағы (һулдан уңға) Руслан, Самира, Вадим, Настя исемле ҡыҙ-малайҙар 25-се башҡорт гимназия-һына 1-се класҡа бара. Уларҙы тәжрибәле уҡытыусы Эльмира Ларионова уҡытасаҡ. Буласаҡ уҡыусы-ларҙың белем алырға дәрттәре бар.
- Мәктәп менән әҙерлек курстарына йөрөгәндә таныштыҡ. Беҙгә бында оҡшай. Уҡытыусыбыҙҙы ла яҡшы беләбеҙ. Ата-әсәйҙәребеҙ матур кейемдәр, портфелдәр һатып алды. Тырышып уҡырға ғына ҡала хәҙер, - ти бәләкәстәр.
- Быйылғы уҡыу йылында беренсе класҡа 87 баланың килеүе көтөлә. Өс класс комплектланған. Мәктәп уларҙы ҡаршы алырға тулыһынса әҙер. Яңы уҡыу йылы яңынан-яңы шатлыҡ-ҡаҙаныштар, уңыштар менән килһен. Өлкәндәр тормошона яраҡлашырға бәләкәстәргә остаздары ярҙам итер. Гимназияла төплө белем бирәләр, бында үҙ эшенә бирелгән педагогтар эшләй. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу ҙа уларҙың тырыш хеҙмәт тураһында һөйләй, - ти гимназия директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова.
Яуаплы осор алдынан балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҡалала ҙур иғтибар бүленә. Күпселек мәғариф учреждениелары янында йәйәүлеләр үткәүеле һәм «Һаҡ булығыҙ! Балалар!» тигән билдәләр яңыртылған. 1 сентябргә был эш бөтә белем усаҡтарында ла башҡарылырға тейеш.
Үрҙә телгә алынған уҡыусылар ҙа юлды бары тәғәйен урында ғына үтергә кәрәклекте яҡшы аңлай. Башҡалар ҙа, ошо малай-ҡыҙҙар кеүек, ҡағиҙәләрҙе онотмаһын.
Быйыл ҡалала бөтәһе 1688 бала беренсе класҡа бара.