газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2019, 11:26

Тырышып уҡырға, яҡшы билдәләр алырға

Ура, каникулдар башланды тип, шатланып та өлгөрмәнек, яңы уҡыу йылына аяҡ баҫырға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Ялыбыҙ үтеп тә китте тип, балалар бер борсолһа, уларҙан бигерәк, ата-әсәләр нығыраҡ хафаланалыр. Сөнки мәктәпкә әҙерлек бик күп сығымдар талап итә. Әлеге ҡиммәтселек заманында бигерәк ауыр.

Бынан ары йылдарҙа өлкән улыбыҙҙы ғына мәктәпкә оҙатыу бурысы ҡуйыла ине. Быйыл иһә, сығымдар икегә ҡабатланды. Сөнки кесе улымдың да мәктәп тупһаһын аша атларға ваҡыты етте. Әҙерлек август башынан уҡ башланды. Кеше аҙыраҡ булғанда иркенләп йөрөп ҡалайыҡ тип, магазиндарға юлландыҡ. Бутиктарҙағы хаҡтарҙы күреп, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, шаҡ ҡатыбыраҡ торҙоҡ. Ҡиммәтле - тимәк, сифатлы тигән һүҙҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тура килмәүен өлкән улымдың тәжрибәһе буйынса беләбеҙ. Һатыусыларҙың хәлдән тайып маҡтаған комплекты ярты йылға ла етмәйенсә туҙып, эшлектән сығып бөттө. Дүрт йыл элек уның хаҡы биш мең тора ине. Шуға күрә, бынан сығып тайыу яғын ҡараныҡ. Баҙарҙы иң ҡулайлыһы, тип таптыҡ. Сифаты ла бер нимәһе менән дә айырылмай, хаҡы икеләтә арзаныраҡ. Үткән йылдарҙа баҙарҙан алынған кейемдәргә бер дәғүәбеҙ ҙә булманы. Һатыулашып, хаҡтарын төшөртөргә лә була. Уныһы ваҡ-төйәккә ярап ҡала.

Өс әйберҙән торған мәктәп костюмын 2300 һумға, аҡ күлдәкте - 600, галстукты 150 һумға алдыҡ. Әйтергә кәрәк, кейемдәрҙең хаҡтары үлсәменә ҡарап билдәләнә.Өлкән улыбыҙҙыҡы бер нисә йөҙ һумға ҡыйбатыраҡ килеп сыҡты. Физкультура дәресе өсөн ике пар кроссовки талап ителә. Сөнки береһен - спорт залында, икенсеһен тышта кейәләр. Икәүһе 1800-гә төштө. Туфлиҙы 900-гә таптыҡ, алмаш аяҡ кейемен 600 һумға алдыҡ. Портфелдәрҙе лә баҙарҙан һайланыҡ. Ортопедик арҡалыһы 1 меңгә осраны. Спорт формаһының 1 меңлеген һайланыҡ. Ә өлкәненә иһә икеләтә ҡиммәтерәккә барып баҫты. Бынан тыш, футболка, носки, трико кеүек эске кейемдәр ҙә кәрәк. Уныһына инде бер балаға яҡынса 800 һум тирәһе китте. Канцелярия тауарҙарына ла апаруҡ аҡса түгергә тура килде. Өлкән улыбыҙ бик һайланып бармай, ә бына кесеһенә иң ҡиммәтлеһе, иң яҡшырағы, иң сағыуы кәрәк. Ҡәләм ослағыс, альбом, буяуҙар, дневник, төҫлө ҡәләмдәр, ручка, юйғыс, дәфтәр тышлыҡтары, пенал һәм башҡа һанап бөткөһөҙ ваҡ-төйәктәргә яҡынса 600 һум түгелде. Алмаш аяҡ кейеме өсөн муҡсаларҙы 100-әр һумға алдыҡ. Ғөмүмән, яҡынса иҫәпләгәндә, бер балаға 10-11 мең тотонолғандыр.

Бына шулай, магазин-баҙарҙарҙың иңен-буйлап, көс-хәл менән йыйып бөттөк әйберҙәрҙе. Хәйер, йыйып бөттөк микән? Алынасаҡ ваҡ-төйәктәр, ай-һай, ҡалғандыр әле. Мәктәпкә баланы лайыҡлы оҙатыр өсөн ата-әсәгә аҡса ла, ваҡыт та, түҙемлек тә бик күп кәрәк.


Читайте нас: