газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2019, 12:24

Шат тауыштар һәр саҡ яңғырар

Ҡалала «Аныҡ эштәр» проектын бойомға ашырыу әүҙем бара. Әле бер, әле икенсе урында уның сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуына шаһит булабыҙ. Күптән түгел 54-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә лә бәхет йылмайҙы.

Бында ысын байрам кәйефе һиҙелә. Кескәйҙәр шатланыша-шатланыша йүге-рә, һикерә, ҡулсаларға туп индерергә маташа. Яндарында йөҙҙәренә ҡәнәғәтлек тойғо-лары сыҡҡан ата-әсәләр ҙә бар. Шулай булмай ни, бында өр-яңы майҙансыҡ барлыҡҡа килгән бит. Әүҙем ата-әсәләр йыйылышып, һөйләшеп-килешкәндән һуң, «Аныҡ эштәр» программаһында ҡат-нашырға ниәт итә. Йәһәт кенә ғариза яҙып, кәрәкле ҡағыҙҙар йыйып тапшыралар. Бер нисә айҙан һуң, ыңғай яуап алалар. Әлбиттә, бында етәксенең дә грамоталы, алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы булыуы бик мөһим.

- Бәхетле балаларҙы, ата-әсәләрҙең рәхмәтле йөҙөн күреү иң ҙур бәхет бит ул. Программаға ярашлы, ошо майҙансыҡты булдырыуға беҙгә 128 мең 600 һум аҡса бүленде. Хәҙер кескәйҙәрҙең тышта рәхәтләнеп уйнау мөмкинлеге бар. Уйын ҡорамалдары матур, сағыу ғына түгел, ә хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә. Ә был - беҙҙең өсөн иң мөһиме, - ти мөдир Гөлнара Хисмәтуллина.

Ата-әсәләрҙең барыһы ла майҙансыҡтан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Уларҙың фекеренсә, урынлаштырылған уйын ҡорамалдары балалар-ҙың физик яҡтан үҫешеүенә, сәләмәтлектәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Быйыл ҡаланың мәктәп-кәсә белем биреү учрежде-ниеларында балалар май-ҙансыҡтарын яңыртыуға 3 млн һум тирәһе аҡса бүленгән. Тағы ла бик күп кескәй малай-ҡыҙҙарҙы күңелле ваҡиғалар көтә әле.


Читайте нас: