Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Июнь 2019, 17:23

“Баллы бал” иң яҡшыларҙы йыйҙы үҙенә

Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланыу менән мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре башланды. Улар башлыса йә мәктәптә, йә кафеларҙа үтә. Ә бына иң яҡшы уҡыусылар өсөн дөйөм ҡала байрамы һирәк ерҙә ойошторолалыр.

Салауат ҡалаһында уҙғарылған «Баллы бал»ды мәктәпте тамамлаусы ҡыҙ һәм егеттәр йыл да тулҡынланып көтөп ала. Байрам 13-сө тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, ул бер ваҡытта ла бер-береһен ҡабатламай, үҙенсәлекле сихри байрамға әүерелә. Унда сығарылыш уҡыусылары өсөн һәр ваҡыт яңы сюрприздар әҙерләнә. Быйылғыһы Театр йылына арналды, шуға ла байрамса итеп кейенгән ҡыҙ-егеттәрҙе ут, һауа, һыу һәм ер кәүҙәләндергән персонаждар ҡаршы алды.

2019 йылғы сығарылыш кисәһе шуныһы менән дә үҙенсәлекле, «Баллы бал» тарихында тәүгә отлич-никтар һаны 78 кешегә еткән. Ҡиммәтле бүләктәрҙе уларға ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, «Салауатбыяла» йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Агуреев, «Газпром нефтехим Салауат»тың админист-ратив-хужалыҡ идаралығы начальнигы Воскан Мирзоев тапшырҙы.

- Бөгөн залда ҡаланың иң яҡшы сығарылыш уҡыусылары. Бөтәгеҙ ҙә сағыу, дәртле, йәш кешеләр, - тип сәләмләне балда ҡатнашыусыларҙы Динар Ғәли улы. - Барығыҙ ҙа тулҡынланаһығыҙ. Сөнки бала һәм үҫмер саҡтар артта, ә алда һеҙҙе үҙенең мөһим ҡарарҙары менән оло тормош көтә. Һеҙ иң юғары бейеклектәргә күтәрелерһегеҙ, изге хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ, тип ышанам.

- Беҙ «Баллы бал»ды беренсе тапҡыр уҙғарғанда, һеҙ мәктәпкә лә йөрөмәгән булғанһығыҙ. Әммә ваҡыт үтә һәм бына бөгөн һеҙ белем усаҡ-тарын тамамлайһығыҙ. Тағы ла ваҡыт үтеү менән һеҙ эре компанияларҙың топ-менеджерҙары, бизнесмендар, ғалимдар, врачтар, уҡытыусылар булып китерһегеҙ. Һәр һөнәр кәрәкле, үҙ маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, - тине Сергей Агуреев.

Быйылғы сығарылыш уҡыусыла-рын проекттың башланғысында тороусы, Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы Дамир Шәүәлиев та ҡотланы. Сәхнәлә шул тиклем миҙалсыларҙы күреү шатлыҡлы, тине ул. Шулай уҡ артабанғы уҡыуҙарында уңыштар теләп, тыуған ҡалаларын онотмаҫҡа саҡырҙы. Ул быйылғы байрамдың «Супер сығарылыш уҡыусыһы» номинацияһы менән билдәләнеүсе терәк-хәрәкәт аппараттары зарар-ланған кешеләр араһында йөҙөү буйынса биш тапҡыр Рәсәй чемпионы булған Андрей Николаевҡа ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.

Быйыл Салауат мәктәптәрен 587 уҡыусы тамамлаһа, шуларҙың 490-ы «Баллы бал»ға саҡырылды. Тимәк, 490 ҡыҙ һәм егет мәктәпте тик «4» һәм «5» билдәләренә генә тамам-ланы, тигән һүҙ. Улар һоҡландырғыс кисәлә рәхәтләнеп күңел асты. Ут һәм трансформерҙар шоуы, бейеү флешмобтары, караоке клубтары, фотоға төшөү, спиртлы эсемлекһеҙ коктейль барҙар, тәмлекәстәр менән һыйланыу - барыһы ла хуш килде. Кисә барышында балдың батыры һәм һылыуҡайы ла һайланды. Был маҡтаулы исемгә 1-се лицейҙан Никита Масленников һәм 2-се гимназиянан Гөлназ Күсмәева лайыҡ булды. Рәсәй йондоҙҙары - «Бурито» һәм «Mband» төркөмдәренең сығыштары сағыу тәьҫораттар өҫтәне. Ә инде таң атыуға ҡалабыҙҙың сығарылыш уҡыусылары, йола буйынса, һауаға шарҙар осорҙо.


Читайте нас: