Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июнь 2019, 10:45

Теләгән мәктәптә уҡырға ине

Хәтеремдә, ҡыш айы ине әле. Улымдың төркөмөнә йөрөүсе балаларҙың ата-әсәләре мәктәпкә яҙылырға таңғы биштән сират алыуҙары, кешенең ғәләмәт күп булыуы тураһында һөйләгәйнеләр. Улай ғына түгел, хатта телевидение ла килеп төшөргән үҙҙәрен. Алдараҡ барғандар урын булды, тип шатланып өйөнә таралышты, аҙ ғына һуңға ҡалғандар беҙгә эләкмәне тип, балтаһы һыуға төшкән кеше кеүек, башын аҫҡа эйеп ҡайтып китте.

Ринат Килмөхәмәтов та ҡыҙын үҙе теләгән мәктәпкә бирә алмауына борсола.

- Быйыл өлкән ҡыҙыбыҙ уҡырға төшөргә йыйына. 18-се мәктәп йортобоҙҙоң янында ғына урынлашҡан. Сиратҡа 1 февралдә торорға кәрәк булған. Әммә, ғаилә шарттары арҡаһында, бер-ике көнгә генә һуңғараҡ баҫтым. Сират бер ҙә шылмай. Баланы ҡаланың икенсе яғында урынлашҡан мәктәпкә бирергә тәҡдим итәләр. Йәшәү урыны буйынса ошо мәктәпкә ҡарайбыҙ бит. Ни өсөн ҡыҙыбыҙҙы унда бирә алмайбыҙ, - тип мөрәжәғәт итә атай.

Уның һорауына ҡала мәғариф идаралығының баш белгесе Наталья Барвина яуапта бына нимә ти:

- Ҡалала 1-се класҡа ғаризалар ҡабул итеү «Башҡортостан Республикаһының мәктәптәрен электрон комплектлау» порталы аша 1 февралдә төнгө 12-лә башланды. Һеҙҙең 6 февралдәге ғаризағыҙ, 18-се мәктәптә 2019-2020 уҡыу йылына 1-се кластарҙа буш урындар булмау сәбәпле, кире ҡағылды. Был мәктәптән тыш, йортоғоҙ 17-се мәктәпкә лә ҡарай. Әлеге мәлдә унда буш урындар бар. 1 июлдән документтарығыҙҙы, теркәлеү урынына ҡарамайынса, ҡаланың теләһә ниндәй белем усағына тапшыра алаһығыҙ. 1-се класҡа ғаризалар буш урындар тулғансы ҡабул ителә, әммә 5 сентябрҙән дә һуң түгел. 4-се мәктәп тә йәшәгән урынығыҙға яҡын. Унда әлегә урындар етерлек. Ҡалала балаларҙы ташыған мәктәп автобустары йөрөй.


Читайте нас: