газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Июнь 2019, 10:51

Һабантуй - милли рух гәүһәре

Башҡортостандың 100 йыллығы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан 53-сө балалар баҡсаһында балалар Һабантуйы үткәрелде.

Унда икенсе кескәйҙәр, уртансы, өлкән төркөм балалары ҡатнашты. Милли рух менән һуғарылған, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын берләштергән сараға ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр саҡырылған ине. Ойоштороусылар шартына еткереп алдан һөбә йыйҙылар. Тантаналы рәүештә Һабантуй асыҡ тип иғлан ителгәс, кескәйҙәрҙе сағыу таҫмалар, келәмдәр, шарҙар менән биҙәлгән, дәртле йыр-моң яңғыраған, байрам үтәсәк майҙансыҡҡа бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙылар.

Һабантуй майҙанында төрлө ярыштар ойошторолдо. Малайҙар уҡ атып, “атҡа” атланып ярышһа, ҡыҙҙар сағыу биҙәкле күнәктәрҙе көйәнтәгә элеп бер-береһен уҙышты. Хатта балалар баҡсаһына яңы ғына йөрөй башлаған сабыйҙар ҙа ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе, көршәк ватыу бәйгеһендә үҙ көстәрен һынаны. Олатайҙар, өләсәйҙәр, атайҙар һәм әсәйҙәр был матур сарала тоҡ кейеп ярышып йәш саҡтарын иҫкә алды. Думбыра, гармун көйҙәренә кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа өҙә баҫып бейеп, күңел асып алдылар.

Байрам аҙағында бәйгеләрҙә ҡатнашыусы бөтә балаларға ла байрам геройҙары - әбей менән бабай татлы күстәнәстәр таратты.

Кескәйҙәр, бөтмәҫ ҡыуаныслы тәьҫораттар алып, халҡыбыҙҙың борондан йәшәп килгән тағы бер күркәм йолаһы - Һабантуй менән танышты. Һауала ҡайҙандыр пәйҙә булған аҡ күгәрсендәр балаларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә күңелен күтәрҙе. Улар, бала кескәй саҡтан ата-бабаларыбыҙҙың йолалары менән танышып үҫһә, ул киләсәктә лә үҙ халҡының үткәненә, ғөрөф-ғәҙәтенә битараф булмаҫ, тигән өмөт менән балалар баҡсаһы етәкселегенә, сараны ойоштороусыларға рәхмәт-тәрен әйтеп, Һабантуйҙың йыл да үткәрелеүен теләгән төҫлө тойолдо.


Читайте нас: