газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Июнь 2019, 10:55

Эх, күңелле каникул!

Китаптар, төрлө әсбаптар тултырылған ауыр портфелдәрҙең әлегә кәрәге бөттө. Иң ҡыуаныслы мәл - йәйге каникулдар башланды бит.

Кемдер олатай-өләсәһе янына саф һауаға ауылға ашҡынһа, ҡайһы берҙәре лагерҙарға барыуҙы хуп күрә. Балаларҙың йәйге ялы күңелле үтһен өсөн ҡаланың мәғариф идаралығы тарафынан саралар планы ентекле әҙерләнгән.

- Быйыл төрлө ял итеү урындарында алты меңдән ашыу бала сәләмәтлектәрен нығыта. Бөтә лагерҙар ҙа 1 июндән үҙ ишектәрен асты. Ҡалаға ҡараған «Спутник» һәм «Бригантина» лагерҙары, «Инеш» шифаханаһы, һәр йылдағыса, үҙендә күпләп үҫмерҙәрҙе ҡабул итә. «Перезагрузка» тигән шәхси лагерға йөрөүселәр ҙә бар. Шулай уҡ 20 мәктәп яны, 19 хеҙмәт һәм ял лагеры, 11 профилле лагерь ҙа буш тормай. Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙәге, ауыр тормош хәлендә ҡалған, етем балалар ҙа иғтибар үҙәгендә, - тип һөйләй мәғариф идаралығының баш белгесе Татьяна Сергеева.

Һуңғы ваҡытта лагерҙарҙа фажиғәле осраҡтар күп теркәлә. Шуға ла махсус комиссия ял итеү урындарының санитар-эпидемиология талаптарына тап килеү-килмәүен ныҡлы тикшергән, айырыуса иғтибарҙы спорт ҡорамалдарының сифатына бүлгән, балалар менән инструктаж үткәрелгән.

Дилара Фараева, 25-се башҡорт гимназияһының лагерь етәксеһе:

- Гимназияла эшләгән «Дуҫлыҡ» лагерына башланғыс кластағы 160 бала йөрөй. Уларҙы мауыҡтырыр өсөн төрлө саралар уҙғарабыҙ. Алты отряд Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҡыҙыҡлы викторина үткәрҙе, паркта балалар Һабантуйында ҡатнашты, Салауат башҡорт дәүләт драма театры күрһәткән «Бишкә тиклем һанайым» спектаклен ҡараны. Ә хәҙер үҙебеҙ ҙә, быйыл Театр йылы булыу сәбәпле, әкиәт ҡуйырға әҙерләнәбеҙ.

Богдан Иҫәнғолов, лагерҙа ял итеүсе, 3-сө класс уҡыусыһы:

- Мәктәп лагерында бик оҡшай. Тәмле ашаталар, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар үткәрәләр. Вожатыйҙар күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Көнө буйы телефон, компьютер артында ултырғансы, ваҡытыңды дуҫ-иштәр менән аралашып уҙғараһың.


Читайте нас: