- Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе ике йылда 49 мәктәп төҙөләсәк,
ремонтланасаҡ. Дыуан районында заманса ике мәктәп 2020 йылдың сентябренә ишектәрен асасаҡ. Республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров ошондай күрһәтмә бирҙе. Таҙтүбә һәм Озеро ауылдарындағы мәктәптәр авария хәлендә тип танылды. Уларҙа иҙән, түшәмдәр иҫкергән, ағас бүлемдәр серегән, дәрес үткәреү хәүефле.
2024 йылға мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү бурысы тора. Был мәсьәлә айырыуса Өфөлә киҫкен. Өфө районының “Миловка паркы” торлаҡ комплексында 1225 урынлыҡ дүрт ҡатлы яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөшкә аҡса республика бюджетынан бүленә.
Дим районының “Сағыу” биҫтәһендә мең урынлыҡ мәктәп һалына. Проекттың ха ҡы – 780 миллион һум самаһы. Инорс биҫтәһендә иһә 1650 урынлыҡ мәктәбе булған дөйөм белем биреү үҙәге сафҡа инәсәк.
Адреслы республика инвестиция про грам маһына шулай уҡ Булгаков ауылында – 825 урынлыҡ, Жуков ауылында – 375, Чесноковкала – 640, Иглин ауылында 640 урынлыҡ мәктәп төҙөү проекты индерелде.
Тағы ла бер мөһим бурыс – бөтә илгә танылған Рәсәй “Сириус” белем биреү үҙә генә оҡшаш һәләтле балаларҙы асыҡ лау һәм уларға булышлыҡ итеү үҙәктәрен асыу. Өфөлә ике предуниверсарий барлыҡҡа килде. Береһе Республика художество гимназия-интернаты, икенсеһе иһә Республика инженерлыҡ лицей-интернаты нигеҙендә. Уларҙы уңышлы тамамлағандар Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары сафын тулыландырасаҡ.
Быйыл федераль бюджеттан Башҡорт ос танға тап ошондай белем биреү үҙәк тәрен асыуға – 211,4 миллион һум, мәк тәптәргә һанлы технологиялар индереүгә – 128,5 миллион һум, пенсия алды йә шендәге кешеләргә өҫтәмә белем биреүгә, һөнәри уҡытыуға 103 миллион һум бүленә.