газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2019, 11:00

Ҡурайһыҙ моң буламы, телһеҙ башҡорт буламы?

Уҙған аҙна ҡалабыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыу, урамдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямау, ял баҡсаларына, скверҙарға йәш үҫентеләр ултыртыу менән генә түгел, ә балалар баҡсаларында “Асыҡ ишектәр” көнө үткәреү менән дә күңелдәргә уйылып ҡалды.

53-сө башҡорт балалар баҡсаһында ла был көндө ҙур ғына саралар ойош-торолғайны. Уларҙың барыһында ла ҡатнашырға тура килмәне, әлбиттә, әммә хеҙмәт көнө аҙағына яҡынлашҡанда беҙ “Ҡурай” әкиәте буйынса кескәй дуҫтарыбыҙ сәхнәләштергән сағыу тамашаның шаһиты булдыҡ.

Ҡурай - борон-борондан башҡорт халҡының тоғро юлдашы, моңдашы булған. Йыйындарҙа ла, яуҙа ла ҡурай уны оҙатып йөрөгән. Башҡорт батыры уға ҡушылып йырлаған, моңланған, уйланған. Ҡурай менән ул тыуған, ерен данлаған. Ошо хаҡта спектаклдә әйтелде лә инде. Әкиәтте сәхнәгә баҡсаның тәрбиәсеһе Рәхимә Хәбибуллина сығарған.

- Беҙ бер генә баланы ла айырып ҡарамайбыҙ, һәр береһенең талантын асырға тырышабыҙ, - ти Рәхимә Әхтәм ҡыҙы. - Кемдер йырға, икенселәр бейеүгә һәләтле, өсөнсөләр нәфис һүҙ һөйләргә әүәҫ. Шуларҙы әүәләп, бәпләп сәхнәгә сығарабыҙ. Был беҙҙең дөйөм эшебеҙ, сөнки сараны үткәреүҙә тәрбиәселәр ҙә, кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты.

- Беҙҙә тәжрибәле, үҙ һөнәрҙәренә ғашиҡ булған, балаларҙы яратҡан тәрбиәселәр күп, - ти баҡсаның мөдир вазифаһын башҡарыусы Әлфиә Баймырҙина. - Шундайҙарҙан мин, тәү сиратта Роза Бураҡанова, Дилә Мәһәҙиеваларҙың исемдәрен әйтеп китер инем. Улар йәштәргә ихлас ярҙам итә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша.

Сара һуңында баҡса етәкселәре, белгестәр менән ата-әсәләр араһында йәнле һөйләшеү ҙә булды.

“Асыҡ ишектәр”ҙә ҡатнашҡан Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сибәғәт Рахманғолов йыйылыусыларға, төрлө миҫалдарға нигеҙләнеп, башҡорт теленең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Бер ниндәй ауырлыҡтарға, ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, балаларҙы үҙ әсә телебеҙҙә уҡытырға саҡырҙы.


Читайте нас: