Алдан хәбәр итеүебеҙсә, беҙҙең ҡаланан һигеҙ делегат һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренән үҙ фекерҙәре, тәьҫораттары тураһында белештек.
Фруза Хәбибуллина, Салауат ҡалаһы-ның мәғариф идаралығы начальнигы:
- Республика етәксеһе Радий Хәбировтың съезда башҡортса сығыш яһауы сараның бәҫен арттырҙы, эшебеҙҙе ололауын күрһәтте. Мәғариф министры вазифаһын башҡа-рыусы Айбулат Хажин башҡорт телен уҡытыуҙың кимә-лен күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Беренсенән, 2024 йылға республикала башҡорт, рус, инглиз һәм шулай уҡ көнсығыш телдәрен төплө өйрәнеү буйынса 12 лингвистик гимназия асырға тигән тәҡдим яңғыраны. Икенсенән, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә дәртләндереү сараларын күреү, шул маҡсатта башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, «Урал батыр» эпосы буйынса конкурста еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус премияһын булдырыу, башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү, бөтә Рәсәй олимпиадалар исемлегенә инеү мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы әйтелде.
Ошондай аралашыу, бер-береңдең кәңәштәрен, тәжрибәһен өйрәнеү - үҙе ҙур мәктәп. Мәғариф министрлығына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
Зөлфиә Хәсәнова, уҡытыу-методика үҙәге методисы:
- Беренсе съездың юғары кимәлдә за-манса ойошторолоуы һоҡландырҙы. Уҡытыу-сыларҙың ҡаҙаныштары оло наградалар менән билдәләнеүе ҡыуа-ныслы. Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәр-леге милли спорт төрҙәре, ҡул эштәре аша алып барылыуын сағылдырған мастер-кластар ҙа күрһәтелде.
Юғары Хөкүмәт етәкселегенең шундай ҙур иғтибары күңелдәрҙә дәрт, өмөттәр уятты. Съезда ҡатнашыусылар барыһы ла яңы ижади эштәргә дәртләнеп, көс-дарман алып, ҡанатланып ҡайттылар.
Альмира Шәмсетдинова, 19-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Йыйындың эшен-дә бик әүҙем ҡатнаш-тыҡ. Сит өлкәнән башҡорт теле уҡытыу-сыларын саҡырғандар, улар менән танышып аралаштыҡ. Төрлө гим-назияларға экскур-сиялар ойошторҙолар. Башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәрҙе дәртләндереү премияһын арттырырға тәҡдим ителде. Туған телдәр уҡытыусыларын әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү мөһимлеге билдәләп үтелде. Сара юғары кимәлдә ойошторолған. Шул тиклем һәйбәт! Өфөнән телебеҙ сәскә атасаҡ, модалы ла буласаҡ, тип ҡыуанып ҡайттыҡ.