Улар унда ла һынатмаған, икеһе лә «Йыл уҡытыусыһы - 2019» республика бәйгеһенән лауреат исемен алып ҡайтты. Уҡытыу-методика үҙәгендә үткән осрашыуҙа был уҡытыу-сылар бәйге тураһында тәьҫо-раттары менән уртаҡлашты, алдағы йылдарҙа конкурста ҡатнашырға теләүселәргә әһәмиәтле кәңәштәрен бирҙе.
- Бәйге бик күп ваҡытты ала. Жюри беҙҙең интернетта эшләүебеҙҙе ҡараны. Уҡытыу-сылар үҙҙәренең педагогик асылын асҡан эсселар яҙҙы. Методик семинарҙа колле-галарға дәрестәрҙә үҙебеҙ ҡулланған алымдарҙы күр-һәттек, жюри һорауҙарына яуап бирҙек. Өфө мәктәп-тәрендә сит аудиторияла, беҙ белмәгән балалар менән дәрестәр үткәрҙек. Быларҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы булды. Мин 7-се класта педагогик оҫталыҡ формаһында дәрес алып барҙым. Класс сәғәтен дә үткәрергә тура килде. 12 сәғәт алдан беҙгә 10 тема бирҙеләр. Егерме минут ҡалғас, йәрәбә тарттыҡ. Миңә, мәктәп форма-һы кәрәкме-юҡмы, тигән дәрес темаһы эләкте. БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин менән һөйләшеү ҡыҙыҡлы барҙы. Беҙ уға үҙебеҙҙең һорауҙарыбыҙҙы бирҙек. Ғаиләм, дуҫтарым, Салауат-тағы бөтә коллегаларым миңә ҙур ярҙам күрһәтте. Был еңеү - бөтә команданың фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Наилә Флүр ҡыҙы.
- «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсынан мин ҙур тәжрибә алып ҡайт-тым. Әлбиттә, бәйге еңел бирелмәне. Барыһы ла кисә генә булған кеүек, шуғалыр ҙа уҡытыусыларҙың илһамланып дәрес биреүҙәре, йоҡоһоҙ төндән һуң да йылмайып, һыр бирмәй сығыш яһауҙары күҙ алдымда. Һығымта яһап былай тиер инем: конкурсҡа мөмкин тиклем алдан әҙерләнеү мөһим. Терәк булырҙай команда кәрәк. Бай, оҙайлы эш тәжрибәһе булыу мотлаҡ. Тағы ла ғаиләңдә һине аңлап, ярҙам итеп торһалар ғына, тыныс күңел менән, ышаныслы сығыш яһап, һөҙөмтәгә ирешергә була. Бик ҡыйын булған саҡ-тарҙа дуҫтарҙың кәңәштәре, теләктәшлек күрһәтеүҙәре лә күңелде күтәрә. Уҡытыусы иң мөһиме әгәр ул үҙенең эшенән илһам ала, яҡты киләсәкте күрә, балаларыбыҙға оптимизм өлгөһө күрһәтә икән, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, - тине Элина Антонова.