газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2019, 11:11

Серле театр донъяһында

- Бында сәхнә бар, шаршауҙар, Актриса-актерҙар, Афиша бар, антракт, Декорация һәм аншлаг. Был нимә, кем яуабын әйтер? - Театр, театр! – тамашасылар бер тауыштан яуап биреп тә ҡуйҙылар.

Кисәне алып барыусылар йомаҡ аша кескәй дуҫтарын серле театр донъяһына саҡырҙы.

Күптән түгел Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында Театр йылына арналған кисә үтте.

Өлкән класс уҡыусылары тамашасыларҙы театр менән яҡындан таныштырҙы: режиссер, актер, декоратор, яҡтыртыусы, бутафор, рәссам, костюмер, гример кеүек театр һөнәрҙәренә аңлатма бирҙе. Уҡыусылар төрлө уйындар уйнап күңел асты, үҙҙәрен сәхнәлә һынап ҡараны. Башланғыс синыф уҡыусылары “Яҙ килә”, “Энәле тун”, Ф.Туғыҙбаеваның “Иң батыр ҡуян”, С.Маршактың “Бесәйҙең өйө” әкиәттәрен бик оҫта сәхнәләштерҙе. Гимназия ансамбленең дәртле бейеүҙәре, уҡыусыларҙың моңло йырҙары кисәгә йәм өҫтәне.

Театр - балаларға яҡын булған сәнғәттең бер төрө. Тап сәхнәлә бала оялыуҙан арына, үҙен ышаныслы тоторға өйрәнә, йәшерен һәләттәрен аса. Ошо кисәлә беҙ гимназияның яңы таланттарын астыҡ, балаларҙың ғәҙәти тормошта күҙгә салынмаған яҡтарын күрҙек. Бәлки, үҫеп еткәс, беҙҙең уҡыусылар араһынан да тормоштарын сәнғәт менән бәйләүселәр булыр.


Читайте нас: