газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2019, 11:09

Беҙҙеке - призер

Өфөлә мәктәп уҡыусыларының химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Рәсәйҙең 55 төбәгенән йыйылған 230 бала араһында Башҡортостандан алты уҡыусы ҡатнашҡан. Уларҙың барыһы ла олимпиада призерҙары була. Беҙҙең ҡаланың 2-се гимназияһынан 11-се класс уҡыусыһы Азат Вәлиев үҙ тиҫтерҙәре араһында призер тип таныла.

Мәртәбәле еңеү яулаған егеттең үҙе менән аралашырға ашығам.

- Олимпиадаға әҙерлек барышында апаруҡ көс һалырға тура килде. Ҡатнашыусылар һаны ла күп ине. Фәндең ниндәйҙер өлкәһен өйрәнгәндә, ирекһеҙҙән уның менән төплө ҡыҙыҡһына башлайһың. Быны үҙ-үҙеңде тәрбиәләү, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу тип әйтергә мөмкин. Еңеүем өсөн остазым Лиә Искәндәроваға рәхмәттәремде еткергем килә. Тап ул химия фәненә ҡыҙыҡһыныу уятты, конкурсҡа ваҡытын йәлләмәй мине әҙерләне, бергә янып-көйҙө, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Миңә ышанған иптәштәрем Ренатҡа, Иннокентийға, Алмас менән Артемға ла ҙур рәхмәт, - ти Азат.

Дөрөҫ әйтә уҡыусы. Ғәҙәттә, еңеү-уңыштарҙың күпселек өлөшө уҡытыусыға тура килә. Лиә Ғәзиз ҡыҙының да фекерҙәрен белешәбеҙ.

- Көнәркәшлек бик юғары булды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән көслө-көслө уҡыусылар йыйылғайны. Азатҡа еңеүгә өлгәшергә дүрт йыл буйы химия менән даими шөғөлләнеүе, Мәскәүҙә химия буйынса тренингта, Сочи ҡалаһында «Сириус» белем биреү үҙәгендә ҡатнашыуы ярҙам итте. Һәм, әлбиттә, ул үҙе тырыш, ныҡышмал, эшһөйәр егет. Киләсәктә лә йүнәлешен ташламаһа, унан ҙур кеше сығасағына ышаныс бар, - тине ул.


Читайте нас: