Унда республика ҡала һәм райондарынын 21 фән буйынса 308 уҡыусы ҡатнашты. Һөҙөмтә: 1-се урынды - 21, 2-се урынды - 42, 3-сө урынды 63 уҡыусы алды. Тағы ла 63 уҡыусы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.
Беҙҙең ҡала уҡыусылары ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте. Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Александр Санников III дәрәжә дипломы менән бүләкләнде. 15-се мәктәп уҡыусыһы Динар Ғарипов номинант булды.
Был көндө ҡаланың алдынғы уҡытыусылары төрлө фәндәр буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтте, уҡытыусылар өсөн семинарҙар ойошторолдо.