газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Апрель 2019, 16:23

Күпме балҡыш «Йәйғор»ҙа

«Йәйғор» башҡорт вокал ансамбле бер ҡараһаң - Салауатта, икенсе ҡараһаң - Өфөлә, Стәрлетамаҡта сығыш яһай. Ҡалабыҙҙың балаларын башҡорт мәҙәниәтенә, теленә йыр-моң аша ылыҡтырыуҙы күҙ уңында тотоп эш иткән коллективтың яҙырлыҡ хеҙмәте лә, уңыштары ла күп. Ниһайәт, ошо араларҙа кескәй йондоҙҙар менән осрашып һөйләшергә насип булды.

Балалар вокал ансамбле туғыҙ йыл элек барлыҡҡа килгән. Ошо йылдар эсендә ул ҡала кимәленән тыш, республиканың ижади конкурстарында еңеү яулауға өлгәшкән билдәле ансамблдәрҙең береһе. Төркөмдө йыр-моңға һәләтле балаларҙы артабан да үҫеүенә күп көс һалған, төрлө идеялар менән янып йәшәгән педагог Гүзәл Усманова етәкләй. Вокалдан белем биргән уҡытыусының тырыш хеҙмәте ансамблдең уңыштарында сағыла. Уның эш һөҙөмтәһе бихисап Почет грамоталары менән баһаланған.

«Йәйғор» ансамбле репертуары йылдан-йыл камиллаша һәм байый бара. Бөгөнгө көндә уларҙың бергә һәм яңғыҙ башҡарған сығыштары тупланған номерҙары байтаҡ. Ансамбль йырҙары гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың матурлығын, байлығын сағылдырған милли үҙенсәлектәр менән һуғарылған һәм башҡа бик күп төрлө темалар яҡтырта. Тап шуға ла халыҡсан, ихлас килеп сыға, барыһына ла оҡшай уларҙың сығыштары. Ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ла лауреат, дипломант исемдәре яулап ҡайталар. Мәҫәлән, быйыл ғына үткән «Фольклор йәйғоро» һәм «Яҙғы тамсылар» ҡала конкурстарында, “Салауат мираҫы” республика бәйгеһендә, «Алтын баҫҡыс» Бөтә Рәсәй йыр сәнғәте фестивалендә призлы урындар яулағандар.

- Коллективта һәләтле, тырыш балалар ғына йыйылған. 25-се башҡорт гимназияһынан һәм 20-се мәктәптән I - V класс уҡыусылары йөрөй. Ансамблдең репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары ғына түгел, ә эстрада композициялары ла бихисап. Уларҙы үҙенсәлекле итеп башҡарыу, халыҡ йырҙарын да ҡулланыу балаларға төрлө жанрҙа эшләү күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирә, - ти ансамбль етәксеһе Гүзәл Ринат ҡыҙы.

Яңыраҡ II Бөтә Рәсәй балалар, үҫмерҙәр һәм ололар ижады фестивалендә Салауат йондоҙсоҡтары байтаҡ конкурсанттар араһында үҙ номинацияларында тағы ла призлы урындар яулап ҡайтты.

Әле ансамбль йыл аҙағында үткәрелә торған йомғаҡлау концертына әҙерләнә. Талапсан педагог Гүзәл Усмано-ваның тәрбиәләнеүселәре Салауат сәхнәһендә көтөп алынған йондоҙҙар бит.


Читайте нас: