Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март 2019, 11:23

Киләсәк яҡты булһын

Уҙған аҙнала бөтә республика Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын киң билдәләне. 55-се балалар баҡсаһы коллективы ла ситтә ҡалманы, матур тамаша бүләк итте. Сараға «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Салауат башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Ишбулат Иҫәнбаев, ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов, уҡытыу-методика үҙәге вәкилдәре саҡырылғайны.

Былтыр бында ҡалала тәүгеләрҙән булып башҡорт төркөмө асылғайны. Төп маҡсаты - туған телдә белем биреү, һөйләшергә өйрәтеү. Байрам ошо төркөм етәксеһе Әлфиә Әбүбәкерованың асыҡ дәресен ҡарауҙан башланды. Ул өс-дүрт йәшлек сабыйҙарҙы бауырһаҡ бешереү серҙәренә төшөндөрҙө. Әлфиә Рәсүл ҡыҙы милли ризыҡ тураһында һөйләп кенә ҡалманы, ә кескәйҙәрҙең ҡулдарына ҡамыр тоттороп, уны нисек эшләргә лә өйрәтте. Һуңынан йыйылыусыларҙы был тәмлекәс менән һыйланылар.

Байрамдың икенсе өлөшөндә ҡунаҡтарҙы музыкаль күстәнәс көтә ине. Унда төрлө төркөмдән тупланған балалар тыуған республикаһына дан йырланы, дәртле бейеүҙәрен башҡарҙы. Сафина Ғайсинаның, Наилә Ғөбәйҙуллинаның Башҡортостан тураһында шиғырҙарҙы башҡортса һөйләүе кисәне тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

- Ҡарап ултырҙыҡ та, балалар баҡсаһы коллективы татыу, дәртле һәм әүҙем эшләй икән, тигән һығымтаға килдек. Башҡалар ҙа һеҙҙән өлгө алһындар ине. Эштең һөҙөмтәһе асыҡ күренә. Артабан да ошо юлдан тайпылмағыҙ, - тине Ишбулат Лоҡман улы.


Читайте нас: