газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2019, 10:38

Инглиз телен өйрәнәм!

55-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе Гүзәл Шлентова инглиз теленән асыҡ дәрес уҙғарырға йыйына. Уның эшен мөдир, хеҙмәттәштәре, иң мөһиме, ата-әсәләр баһалай.

Тәрбиәсе килеп керҙе лә, кес-кәйҙәргә инглиз телендә өндәште. Телде белмәһәм дә, бының сәләмләү икәнен төҫмөрләнем. Балалар шатыр-ҙатып яуап ҡайтарҙы. Дәрестең темаһы «Төҫтәрҙе өйрәнеү» булды. Кескәйҙәр ике төркөмгә бүленеп төҫтәр донъяһына сәйәхәт ҡылды. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уйындар ярҙамында балалар ул көндө төҫтәрҙе өйрәнде, белгәндәрен нығытты. Һорауҙарға тик инглиз телендә генә яуап бирҙеләр.

- Инглиз теле урта, өлкән төркөмдәрҙә өйрәнелә. Телде теләп өйрәнәләр. Үткерҙәр, отҡорҙар, әйткән нәмәне тиҙ генә хәтер һандығына һалып баралар. Әлбиттә, бер төрлөлөк менән генә сабыйҙарҙы ҡыҙыҡһындырып булмай. Бының өсөн ҡыҙыҡлы күнекмәләр уйлап табырға, яңы алымдар файҙаланырға тура килә, - тип һөйләй тәрбиәсе Гүзәл Дамир ҡыҙы.

Сит телдәрҙе өйрәнеү - бөгөн заман талабы. Оҙаҡламай инглиз теленән Берҙәм дәүләт имтиханы бирергә кәрәк буласағын да йыш ҡына хәтергә төшөрөп торалар. Бының өсөн ата-әсәләр бик хафалана һәм әҙерлекте кесе йәштән башлау хәйерлерәк, тигән фекерҙә.

- Уҡыу программалары хәҙер ныҡ ауыр. Шуға кесе йәштән яраҡлаша торһондар. Бәләкәй саҡта бала-саға бөтә нәмәне тиҙ ота. Улым Яңы йылға бынамын тигән итеп шығыр ятланы. Һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәтмен. Педагогтың ныҡышмал хеҙмәте һиҙелә. Балалар баҡсаһында бындай түңәрәк асып бик шәп иткәндәр, - ти Арыҫландың әсәһе Наргизә Фәхриева.


Читайте нас: