газета "Салауат"
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2019, 13:02

Һөнәрҙәрҙең иң изгеһе

Ҡала уҡытыусыларының бәйгеһе ике аҙна дауам итеп, ахырына ла етте. Тулҡынланыу-кисерештәр, йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалды. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында конкурстың финалы уҙҙы.

Сара алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында үткәрелә. Бәйгелә бөтәһе 16 конкурсант ҡатнашты. Улар араһынан жюри ағзалары иң яҡшы уҡытыусыны, педагогты һәм йәш белгесте һайлап алыр-ға тейеш ине. Сәхнә түренә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла саҡырып тәбрикләнеләр.

- Бөгөн һеҙҙең барығыҙ ҙа еңеүсе. Тәүәккәллек итеп, бәйгелә ҡатнашыуығыҙ, тырышып әҙерләнеүегеҙ үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр күп. Тимәк, киләсәгебеҙ бар. Тәжрибә туплау, эштең асылына төшөнөү тап ошондай ҡыйыу аҙымдан башлана ла инде, - тине ҡотлау һүҙендә мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина.

Белем биреүселәр конкурс барышында эссе яҙып, мето-дик семинарҙарҙа ҡатнашып, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, үҙҙәренең һөнәри оҫталығын иҫбатланы. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, бөтә эштәр ҙә яҡшы, үҙенсәлекле булған, бер-береһен ҡабатламағандар. Шулай ҙа бәйге үҙ еңеүсеһен табырға тейеш. «Йыл уҡытыусыһы» исеме 7-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Хәлимоваға тапшырылды. “Йыл-педагогы” исеме “Үҫмер” үҙәге педагогы Виктория Гиеваяға бирелде, иң яҡшы “Йәш уҡытыусы” тип 23-сө мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Элина Антонова танылды. Улар ҡала данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Республика бәйге-һендә шулай уҡ «Йыл уҡытыу-сыһы» лауреаттары Альмира Шәмсетдинова һәм 24-се мәктәптең музыка уҡытыу-сыһы Оксана Собханғолова ла ҡатнашасаҡ. Башҡа конкур-санттар ҙа төрлө номина-цияларҙа билдәләнде. Номи-нанттарға ҡала хакимиәтенең, мәғариф идаралығының, уҡы-тыу-методика үҙәгенең иҫтә-лекле бүләктәре тапшырылды.

«Йыл уҡытыусыһы»ның ки-серештәрен белергә ашығам.

- Еңеүемә шатмын, әлбит-тә. Әммә был минең генә тү-гел, бөтә хеҙмәттәштәремдең, уҡыусыларымдың еңеүе, тип иҫәпләйем. Төрлө ҡыйынлыҡ-тар аша үтергә тура килде. Айырыуса сит мәктәптәрҙә дәрес күрһәтеү ҡыйыныраҡ булды. Үҙеңдекеләр менән рәхәт тә ул! Уҡытыусыларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алған 2-се гимназия коллективына рәхмәтемде белдерәм, - тине Наилә Флүр ҡыҙы.

Ҡала башҡорттары ҡо-ролтайы һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ла саранан ситтә ҡалманы. Улар «Йыл уҡытыусыһы» лауреаты, 19-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Шәмсетдинованы һәм «Традицияларҙы һаҡлау-сы» номинацияһына лайыҡ булыусы Салауат ҡалаһының БР халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәттәре үҙәгенең өҫтә-мә белем биреү педагогы Илүзә Байгилдинаны ихлас тәбрикләне. Уларға Маҡтау грамоталары, сағыу гөлләмә-ләр һәм Салауат ҡалаһының энциклопедияһы тапшырылды.

- Был уҡытыусылар шул тиклем әүҙем, тырыштар. Улар мәктәптәге мәшәҡәттәренән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Альмира Илдус ҡыҙы - «Ағинәйҙәр» ағзаһы ла. Киләсәктә лайыҡлы алмаш булырлыҡ, - тине «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова.


Читайте нас: