Уҡытыусыларға мәктәбегеҙҙә башҡорт телен уҡытыу нисек ҡуйылған, балалар телде теләп өйрәнәме, киләсәктә телгә ҡағылышлы ниндәй үҙгәрештәр күрергә теләр инегеҙ, тигән һорауҙарға яуап бирергә тәҡдим иттем. Иң ҡыҙығы шул, улар бер-береһенең нимә әйткәнен белмәй.
- Һуңғы йылдарҙа сәғәт һандарын кәметеү, башҡорт телен ғариза яҙып уҡытыу эште бер аҙ ҡаҡшатып ебәрҙе. Урта кластарҙа башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бер сәғәт үҙләштерелһә, туған тел итеп һайлаусыларға аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла. Юғары кластарҙа тел бөтөнләй инмәй. Шулай ҙа балалар конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. 9-сы кластан һуң күптәрҙең башҡорт теленән имтихан һайлауы шатландыра. Телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу артһын өсөн күп үҙгәрештәр индерергә кәрәктер, тип уйлайым. Ата-әсәләр ғариза яҙғанда бәләкәстәренең киләсәген уйлап, рухи байлығын һаҡлап ҡалыу ниәте менән эш итһендәр ине.
- Беҙҙә дүрт башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй. Дәрес-тәр һаны барыһына ла етерлек. Бынан тыш, төрлө түңә-рәктәр бар. Мәктәптә бөтәһе 674 уҡыусы иҫәпләнһә, шуларҙың 573-ө башҡорт телен өйрәнә. Һәр дәрес уңышлы үтһен өсөн күп эҙләнергә тура килә. Баланың йәшен, белем кимәлен күҙ уңында тотоп эш итә белеү мөһим. Бәхеткә күрә, башҡорт телен уҡығым килмәй, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем булманы. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Ғариза яҙҙыртып йөҙәтмәһендәр ине. Мәғариф министрлығының яңы етәксеһенән телгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
17-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы:
- Сәғәттәр һаны ҡыҫҡарыуы ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәптә башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, бөтә кластарҙа ла өйрәнелә. Ә 22 кластың 17-һендә башҡорт милләтле балалар туған тел итеп башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һайланы. Быйыл ике бала имтихан бирергә теләк белдерҙе. Бөтә балалар ҙа бер төрлө түгел. Уйын, мауыҡтырғыс саралар аша телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо уятырға тырышабыҙ. Ғөмүмән, әле бик күп телдәргә юғалыу ҡурҡынысы янай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында беҙҙең тел дә бар. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көстө һалырға инде.
55-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:
- Быйылдан, ата-әсәләр һорауы буйынса, 3-4 йәштәге балалар өсөн беренсе башҡорт төркөмө асылды. Унда төрлө милләт балалары бар. Бөтәһе лә ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Бәләкәстәр һәр нәмәне тиҙ отоп, хәтерҙәренә һеңдереп бара. Бөтә балалар баҡсаларында ла ошондай төркөмдәр асылһа, һәйбәт булыр ине. Сөнки тап телебеҙ аша Тыуған илгә, ергә һөйөү, милләттәр араһында дуҫлыҡ тәрбиәләйбеҙ.