Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2018, 15:49

Берҙәм булһаҡ, эш тә барыр ырамлы

Тел мәсьәләһе һәр халыҡ өсөн ифрат мөһим. Сөнки туған тел - ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған һәм киләсәк быуынға тапшырылырға тейешле иң бай рухи ҡомартҡы. Был изге бурысты үҙ-ара берҙәм, дуҫ, татыу булғанда ғына атҡарып сығырға мөмкин.

Ағымдағы йылдың яҙында тәүгеләрҙән булып ата-әсәләр комитетын ойоштороу өсөн Өфө ҡалаһында Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эргәһендә Республика ата-әсәләр комитеты ойошторолғайны. Унда беҙҙең ҡаланан «Аҡбуҙат» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Яңы ойошмаға бөтә республиканан актив ата-әсәләр, шул иҫәптән Салауат ҡалаһынан да вәкилдәр индерелде. Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы һәм «Аҡбуҙат» ойошмаһы был башланғысты күтәреп алып, үҙебеҙҙә ошондай ойошма төҙөнө. Ошо турала ентеклерәк ҡала ҡоролтайы башҡарма комитеты янында ойошторолған ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғолов һөйләй.

- Туған телдең аралашыу сараһы ғына түгел, ә йәш быуынға тәрбиә биреүҙәге баһалап бөткөһөҙ ролен бөгөн күптәр яҡшы төшөнә. Шуға ла аңлы кеше балаһын үҙ телендә уҡытырға тырыша. Ата-әсәләр комиссияһы ошондай шәхестәрҙе берләштереү маҡса-тында барлыҡҡа килде. Апрелдән бирле эшләйбеҙ. Уға бала-лар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙең, мәктәп уҡыусыларының законлы вәкилдәре инә. Барлығы 60 кеше. Үҙебеҙ төҙөгән һәм ҡала хакимиәте тарафынан раҫланған планға таянабыҙ. Бөгөн беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Ғаиләлә, туғандар һәм таныштар менән тик башҡортса ғына аралашыуҙы төп маҡсат итеп ҡуябыҙ. Мәктәптәрҙә ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ, осрашыуҙар уҙғарабыҙ, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрәбеҙ. Һәм, әлбиттә, уҡытыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар менән берлектә йыйылыштарҙа ата-әсәләр алдында сығыш яһайбыҙ, ни өсөн башҡорт телен туған тел итеп һайларға кәрәклеген аңлатабыҙ. Шуныһы ҡыуандыра, башҡорт теленә өҫтөнлөк биреүселәр һаны яйлап арта. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре астырыу мәсьәләһе төп урынды биләй. Был йәһәттән дә ыңғай күренеш күҙәтелә. Иңдәренә һалынған яуаплылыҡты комиссияла тороусы ата-әсәләр яҡшы аңлай, дәртләнеп хеҙмәт итә. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тиҙәр бит. Артабан да шулай берҙәм булһаҡ, ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көтөрмәҫ.

Гөләйшә Абдуллина, комитет ағзаһы:

- Беҙ әлегә күҙен яңы асҡан ойошма. Шулай ҙа, уңыштарыбыҙ юҡ түгел. Ата-әсәләр менән булған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ниндәй телде туған тел итеп һайлауға ғариза яҙҙырталар. Кемдәрҙер уның нимә аңлатыуын төшөнөп тә етмәгән булған. Күптәр, сығышыбыҙҙы тыңлағандан һуң, ҡарарын үҙгәртә, «күҙен аса». Тел бөтһә, халыҡ та бөтә. Бала үҙ телен белеп, өйрәнеп үҫергә тейеш. Бындай тәрбиә ғаиләнән башлана. Балалар үҙ теленән оялмаһын, киреһенсә, ғорурланып, ҡурҡмайынса аралашһын ине. Яйлап беҙҙең ойошма тураһында белерҙәр, күрерҙәр тип ышанабыҙ. Ниндәйҙер проблема борсой йәки берәй тәҡдим бар икән, рәхим итеп беҙгә килһендәр, бәйләнешкә сыҡһындар. Һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Киләсәккә пландарыбыҙ шаҡтай, әлбиттә. Уны бойомға ашырыу өсөн бергәләп тырышырға кәрәк. Үҙемә килгәндә, тотош башҡорт ғаиләһе. Өйҙә тик башҡорт телендә, тик үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Ҡыҙым менән улым да, иптәшем дә милли рухлылар.


Читайте нас: