газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ноябрь 2018, 13:14

Тел үҙенсәлектәрен һаҡлап алып ҡалыу - беҙҙең бурыс

Һәр бер үҫешкән телдең һөйләштәре, диалекттары, әҙәби формаһы була. Шуға күрә башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен өйрәнеү - халыҡтың тел байлығын күрһәтеү ул.

Белеүебеҙсә, телдәге һәр бер һүҙ халыҡ тормошондағы булған хәл-ваҡиғаларҙы, уның йәшәү рәүешен, бүтән халыҡтар менән бәйләнешен сағылдыра. Диалект һүҙҙәр әҙәби телде тулыландырып тора. Шуға ла уҡыу-уҡытыу процесында диалекттарҙы өйрәнеү, әҙәби тел менән сағыштырыу мөһим. Башҡорт теле өс ҙур диалектҡа бүленә: көнсығыш йәки Ҡыуаҡан диалекты, көньяҡ йәки Юрматы диалекты, төньяҡ-көнбайыш диалекты. Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы көньяҡ диалектҡа ҡарай. Көньяҡ диалекты әҙәби телгә ныҡ яҡын, шулай ҙа беҙҙең телмәрҙә диалект һүҙҙәре йыш осрай. Мәҫәлән, өй кәрәк-яраҡтары атамалары: ужау йә баҡрас (диалектта) - аш сүмесе (әҙәби телдә), туҫтаҡ - сеүәтә, сәйгүн - бәләкәс сәйнүк, иләк - силәк; туғанлыҡ атамалары: абзый (диалектта) - ағай (әҙәби телдә), туғаным - ҡустым йә һеңлем; аҙыҡ-түлек: ләүәш (диалектта) - бәлеш (әҙәби телдә).

Көньяҡ диалект әҙәби телдән үҙенең фонетик һәм грамматик билдәләре менән дә айырыла. Миҫал өсөн, әҙәби телдә - ҡомло, диалектта- ҡомно, киткәндәр - киткәннәр, юлдар - юллар, яһа - яҫа, һарымһаҡ - һарымҫаҡ, алып бир - апир, алып сыҡ - апсыҡ.

Телмәрҙә диалект һүҙҙәрен ҡулланып һөйләү уҡыусыларҙың, ололарҙың телмәренә ниндәйҙер башҡа һөйләштәрҙән айырылып торған үҙенсәлек өҫтәй. Ә диалект шарттарында уҡытҡанда был үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе ентекле өйрәнеүҙең, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уларҙың әҙәби тел менән уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын асыҡлауҙың иһә уҡыусыларҙың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, уның эске төҙөлөшөн тәрәнерәк белеү, телмәр культураһын үҫтереү йәһәтенән роле айырыуса ҙур.

Диалекттар күп быуаттар дауамында барлыҡҡа киләләр. Ваҡыт дауамында территориаль берәмек-тәрҙең үҙгәреүе менән диалекттар бүленәләр, берләшәләр, яңы төркөмдәргә айырылалар. Ерле һөйләштәргә хас булған бөтә диалект күренештәрен бер юлы ғына йыйып бөтөрөү мөмкин түгел, сөнки халыҡ теле бик бай, уны өйрәнгән һайын яңынан-яңы һүҙҙәр, үҙенсәлектәр табыла бара.

Телдәрҙең үҙенсәлектәрен, һөйләштәрен һаҡлап алып ҡалыу - беҙҙең бурысыбыҙ. Сөнки ата-бабаларыбыҙҙың һөйләше - беҙҙең Юрматы ырыуының тарихы ул.


Альбина Әбләева, Стәрлебаш башланғыс мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Читайте нас: