газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2018, 17:01

Беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ!

Республиканың Урындағы башланғыстарға булыш-лыҡ итеү программаһы сиктәрендә Салауат ҡалаһының 49-сы балалар баҡсаһында ошондай девиз аҫтында проект старт алды. Был программа халыҡтың активлығы менән киҫкен социаль проблемаларҙы билдәләп, уларҙы һөҙөмтәле хәл итеүҙең бер юлы булып тора.

С.Юлаев бульварындағы 43а йортонда йәшәүселәр башланғысы менән “Балалыҡ иле” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырылды. Уның йыйылышында ойошманың етәксеһе Альбина Смирнова балалар баҡсаһы ихтыяждары тураһында һөйләй. Унда йыйылыусылар бер тауыштан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы биләмәһендә асфальт-бетон япмаһын ремонтлауҙы хуплай.

Ысынлап та бөгөнгө көнгә беҙҙең балалар баҡсаһы территорияһында юлдарҙы асфальтлау талап ителә. Учреждение асылғандан алып ремонт эшләнмәгән. Асфальт япмаһы бик насар хәлдә, уның буйлап йүгереп йөрөү ҙә хәүефле.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу идеяһын учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр генә түгел, кескәйҙәр ҙә хуплап сыҡты. Баҡсала тәрбиәләнеүселәр һүрәттәр конкурсында, флешмобта актив ҡатнаша.

Был программала беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының ҡатнашыуы менән балалар баҡсаһында юлдар матурланыр, хәүефһеҙгә әйләнер, ата-әсәләр балалар менән килгәндә һәр ваҡыт аяҡ аҫтына ҡарап йөрөмәҫ, ә рәхәтләнеп һөйләшеп, ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡылыр, сабыйҙар ҡурҡмайынса һикереп, йүгереп йөрөр, тип өмөт итәбеҙ. Беҙҙең хыялдың тормошҡа ашыуына ышанабыҙ.


Читайте нас: