газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Октябрь 2018, 18:34

Йәшәһен башҡорт теле!

Балалары башҡорт телен, мәҙәниәтен белһен тип янған ата-әсәләргә яңы уҡыу йылы һөйөнөслө хәбәрҙән башланды. 55-се балалар баҡсаһында ата-әсәләр теләге буйынса 3-4 йәштәге сабыйҙар өсөн башҡорт төркөме асылды.

Шуныһы ҡыуаныслы, был төркөмгә башҡа милләт балалары ла ҙур теләк менән йөрөй. Әҙ ваҡыт үтеүгә ҡара-маҫтан, кескәйҙәр «һаумы-һығыҙ», «һау булығыҙ», «рәхмәт» кеүек тылсымлы һүҙҙәрҙе үҙҙәренең телмәрҙә-рендә ҡуллана ла башланылар, ғаилә темаһына ҡарағандарын ятлап та алдылар.

Беҙҙең 55-се балалар баҡсаһында Башҡортостандың тарихын, күренекле кешеләрен өйрәнеүгә лә ҙур урын бирелә. Оло йәштәге балалар төркөмөндә үткән «Салауат Юлаев тирмәһендә» тип аталған сараны балалар ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итте. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирҙеләр.

Ошо уҡ төркөмдә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Захар Мишенёв «Салауат Юлаев» шиғырын ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Дана Йыһаншина «Башҡортостан» шиғыры менән иң-иңе тип билдәләнде.

Йола буйынса ата-әсәләр менән берлектә Республика көнөнә арнап үткәрелгән «Башҡортостаным, һиңә дан йырлайым!» һүрәттәр күргәҙ-мәһе лә байрамда балалар баҡсаһын биҙәне, кескәйҙәргә тағы ла бер тапҡыр илебеҙҙең матурлығын, киңлеген күрергә мөмкинселек бирҙе.
Читайте нас: