Был ҙур эштә халыҡ үҙе ниндәй ярҙам күрһәтә ала икәне лә асыҡлана һәм бағымсылар йәлеп ителә. Урындағы халыҡ программаның тормошҡа ашырылыуын, башҡарылған эштәрҙең сифатын, сығымдарҙың нимәгә тотолоуын күҙәтеп тора ала.
20 сентябрҙә Салауат ҡалаһының 32-се балалар баҡсаһында йыйылыш үтте. Унда халыҡ ошо проектта ҡатнашыу теләген белдерҙе. Йыйылышта программа һәм уны финанслау һорауҙары ҡаралды. Һөйләшеүҙә беҙҙең баҡсаның бер нисә проблемалары һаналып үтелде һәм баҡсабыҙҙың верандаларын капиталь ремонтлау әһәмиәтлерәк тип табылды.
Программаға инеү өсөн теләк булыу ғына аҙ. Был эштә урындағы халыҡтың актив булыуы мотлаҡ. Шуның өсөн йыйылышта ҡатнашыусыларҙан инициа-тив төркөм һайланды. Конкурсты үткән осраҡта был төркөм бөтә эште контролдә тотасаҡ.
Инициатив төркөм эште башлап та ебәрҙе һәм халыҡтың, ата-әсәләрҙең, балалар баҡсаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең, бағымсыларҙың ярҙа-мына һәм хуплауына ҙур ышаныс менән ҡарайҙар, сөнки балаларҙың тормошон урындағы халыҡ һәм ата-әсәләр берҙәмлеге менән генә ҡыҙыҡлы, шат итеп була.
Балалар баҡсаһындағы верандаларҙа беҙҙең бәләкәстәр төрлө һауа шарттарында ҡыҙыҡлы уйындар уйнайҙар, рәхәтләнеп ял итәләр. Урындағы халыҡтың башланғыстарына булышлыҡ итеү программаһы – беҙҙең ҙур өмөт. Балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн бөтәһен дә актив булырға саҡы-рабыҙ. Әлегә кескәйҙәр баҡсала төҫлө ҡәләмдәр менән үҙҙәре күрергә теләгән верандаларҙы төшөрә, ҡағыҙ киҫәктәренән аппликация яһайҙар.