“Башҡорт биҙәктәре” темаһына балаларҙың һүрәттәр күгәҙмәһе әҙерләнде. Унда кескәйҙәр биҙәп эшләгән таҫтамал, ситек, түбәтәй, тирмә һүрәттәрендә башҡорт орнаментына өҫтөнлөк бирелде.
Өлкән төркөм балалары араһында «Республикама дан!” шиғыр бәйгеһе үткәрелде. Балалар Башҡортостан, туған тел, тыуған яҡ тәбиғәте тураһында матур-матур шиғырҙар һөйләне. Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарын 53-сө балалар баҡсаһының мөдире Эльза Бикҡужина һәм өлкән тәрбиәсе Әлфиә Баймырҙина баһаланы. Аҙна барышында “Башҡортостан-гөлбостан” темаһына балалар менән әңгәмәләр, фото һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе, халыҡ уйындары ойошторолдо. Күргәҙмәләр ойоштороуҙа ата-әсәләр тәрбиәселәргә ныҡ ярҙам итте. Улар республиканың төрлө төбәктәрендә төшкән фотола-рын, балалар менән берлектә әҙерләгән ҡул эштәрен алып килде.
Аҙнаның иң сағыу сараһы Республика көнөнә арналған “Сәскә ат, Башҡортостан” исемле байрам булды. Ул йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар, уйындар менән үрелеп матур үтте. Сара балаларға бик оҡшаны. Ошо аҙналыҡты үткәрергә ярҙам иткән башҡорт теле буйынса тәрбиәсе Рәхимә Хәйбуллина, музыка етәксеһе Аида Хәбибуллина һәм барлыҡ тәрбиәселәргә, ата-әсәләргә һоҡланып, “Афарин!” тип әйтәһе ҡала.