газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2018, 12:50

Уҡытыусы - бала күңеле белгесе

Матур йола буйынса октябрь башында Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Быйыл да ошо күркәм байрамға арналған тантаналы сара «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә үтте. Сарала ҡала хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Данир Зөбәйеров, Дилбәр Мостафина, мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Суфия Етеханова, уҡытыусылар, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, мәғариф ветерандары ҡатнашты.

Байрам Вәсил Темировтың «Буранбай» башҡорт халыҡ көйөн ҡурайҙа уйнауы менән башланып китте.

- Яңы уҡыу йылы өс матур ваҡиға - Уҡытыусылар, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре һәм Республика көндәре менән башланып китә. Педагогия хеҙмәткәрҙәре үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Барығыҙҙы ла байрам менән! - тип ҡотланы алып барыусылар.

Ҡала хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Данир Зөбәйеров, Дилбәр Мостафина һәм башҡа тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаусыларҙың барыһы ла уҡытыу-сының балаларға белем биреү менән бер рәттән кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай, тигән фекергә баҫым яһаны.

Ҡала етәкселеге бер төркөм уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Рәсәй, республика һәм ҡала наградаларын, Почет грамоталарын тапшырҙы.

Мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина Рәсәй Федерацияһының фән һәм халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы баш-ҡарма комитетының «Социаль партнерлыҡ өсөн» знагы менән бүләкләнде.

Байрам көнөндә ғәҙәттә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән ветерандарҙы тәбрикләйҙәр. Был юлы ла изге йола теүәл үтәлде. Йәш белгестәр уларға матур гөлләмәләр тапшырҙы.

Тантана ҡотлауҙар һәм матур концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Мәҙәни-ял үҙәгенең үҙешмәкәр коллективтары, уҡыусылар, кескәйҙәр, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары үҙҙәренең күңелле йырҙарын һәм бейеүҙәрен бүләк итте.


Читайте нас: