газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2018, 10:41

Уҡыусыларымды үҙ балаларымдай күрәм, -

ти 8-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Әлимбаева

Осраҡлы кешеләрҙең уҡытыусы була алмауына йылдан-йыл нығыраҡ инанам. Ысын остаз булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк.

Гөлсинә Әлимбаева - Салауат ҡыҙы. Бәләкәйҙән белем бирергә хыяллана. Ата-әсәһен, өләсәйҙәрен теҙеп ултыртып, уларға дәрес бирә, ҡурсаҡтары ла уның «һабаҡтарын» ала.Тырышып-тырмашып маҡсатына табан бара ҡыҙ. Тәүге йылды конкурстан үтмәйенсә, уҡырға инә алмағанда ла юғалып ҡалмай, тәжрибә туплай торайым әле, тип мәктәпкә пионервожатый булып урынлаша. Шул ваҡытта уҡ өлкән хеҙмәттәштәре ҡыҙҙа балаларға булған һөйөүҙе, уның тырышлығын, сәмселлеген тойомлай. Икенсе йылына барыбер мораҙына ирешеп ҡуя, көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Хатта директорҙары эшкә ошонда ҡалып, уҡыуын ситтән тороп дауам итергә тәҡдим итә. Әммә ҡыҙ риза булмай. Һуңынан инде, белем алып, утыҙ йылға яҡын һөнәренә тоғро ҡала.

- Балаларҙы яра-там. Шунһыҙ уҡытыусы булыуҙың мәғәнәһе юҡ. Ҡысҡырып, ҡаты талаптар ҡуйып етди һөйләшеү бер һөҙөмтә лә бирмәй. Киреһенсә, улар менән дуҫ, серҙәш булырға кәрәк. Бер генә йылы һүҙҙән дә кәйефтәре күтәрелеп, күңелдәре үҫеп китә, - ти тәжрибәле уҡытыусы.

Быйылғы сығарылыш уҡыусылары һеҙҙеке булған икән, тигәс, уҡытыусының күҙҙәре йәшләнеүен күрҙем.

- Эйе, минекеләр ине. Шул тиклем ипле, аҡыллы балалар булды, һаман һағынам. Әле лә бәйләнеште өҙмәйҙәр, шылтыратып хәлемде белешәләр. Егерме ете баланан икәүһе миҙалға, 19-ы тик дүртле һәм бишле билдәләренә тамамланы. Быйыл бишенсе кластарҙы алдым. Улар ҙа бигерәк ихластар, һәйбәттәр. Килеп ҡосаҡлап алһындармы, серҙәрен уртаҡлашһындармы. Ошо үҙе ихтирам билдәһе түгелме ни! Уҡыусыларымды үҙ балаларымдай күрәм. Ҡыҙым ҡайһы саҡ, класыңды ғына уйлайһың, ахырыһы, әсәй, минең турала улай уҡ борсолаһыңмы икән, тип шаяртып та ала. Күптәр уҡыусыларың үҙеңә оҡшаған, тиҙәр. Уларҙы бәләкәйҙән эшһөйәр булырға, тәртипкә өйрәтәм. Әммә төп тәрбиә ғаиләнән килә. Ата-әсәләр ошо мәсьәләгә етди ҡараһын ине, - тигән теләктә ҡала Гөлсинә Зөфәр ҡыҙы.

Ул хеҙмәт коллективының татыу-лығын да билдәләп үтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Зәлиә Хәсәнова, Альбина Ғарипова, Гүзәл Хөснөтдинова менән берҙәм, кәңәшләшеп эшләйҙәр. Конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт алдынғылыҡта булырға тырышалар.

Гөлсинә апай улы һәм ҡыҙы өсөн ҡәҙерле әсәй, ата-әсәһенең һөйөклө ҡыҙы ла.
Читайте нас: