газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Сентябрь 2018, 11:15

Уҡытыусы исеменән дә бөйөк исем юҡ

Тормош һуҡмағынан ышаныслы атлаған, эше һәм ғаиләһе менән хөрмәт ҡаҙанған абруйлы ғаиләләрҙең береһе ул - Райхана һәм Шамил Ғәлләмовтар. Улар икеһе лә ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә бағышлай.

Шамил Зиннур улы Дүртөйлө районынан, ә Райхана Зөфәр ҡыҙы - Ишембай районы ҡыҙы. Улар Башҡортостандың ике яғында тыуһалар ҙа, уларҙы яҙмыш үҙе ҡауыштырған.

Райхана бала сағында әхирәттәре менән гел уҡытыусы булып уйнай. Бәләкәй ҡыҙҙың йөрәгендә тап ошо йылдарҙа уҡытыусы һөнәренә һөйөү уяна ла инде. Мәктәптә уҡығанда төрлө түңәрәктәргә йөрөй, байрам һайын класташтары менән концерттарҙа ҡатнаша. Тик бишлегә генә уҡыған ҡыҙ айырыуса немец теле һәм математика фәндәрен ярата. 11-се класты тамамлағас, яҡты теләк уны Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып килә. Әүҙем ҡыҙ бында ла йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай.

Шамил бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә ярата. Уларҙың нәҫелендә барыһы ла тиерлек рәссамдар, ҡулға оҫталар. Йәш егет Өфө ҡалаһының училищеһында ҡиммәтле йыһаз эшләүсе һөнәрен үҙләштерә.

Ошо студент йылдарында ҡыҙ буласаҡ тормош иптәше менән таныша ла инде. Быға бүлмәләш ҡыҙы сәбәпсе була. Ул Райхананы Дүртөйлө яғына ҡу-наҡҡа алып ҡайта. Йәштәр тәү күреүҙән бер-береһен оҡшата һәм улар башҡаса айырылышмай ҙа.

Йәш ғаилә Ағиҙел ҡалаһына юллана. Улар ун йылдан һуң кире Салауат ҡалаһына ҡайтырға ҡарар итә.

Райхана Зөфәр ҡыҙы 19-сы мәктәпкә немец теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша һәм әлегәсә ошонда хеҙмәт итә. Ул үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе һәм балаларҙы яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Үҙ эшен яратҡан педагогтың дәрестәре һәр ваҡыт йәнле үтә. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай. Гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе Райхана Зөфәр ҡыҙы хаҡлы ялда булһа ла эшләп йөрөй, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ә өйҙә инде ул уңған хужабикә. Йәй буйы йыйған баҡса уңыштарынан ҡышҡылыҡҡа тәмле-тәмле салаттар әҙерләй. Ул - бәйләм оҫтаһы ла, ғаилә ағзаларына үҙе бәйләгән кофталар, шапка-шарфтар ғына кейҙерә.

Шамил Зиннур улы оҙаҡ йылдар хәрби өлкәлә эшләгәндән һуң, Салауат ҡалаһы комбинатында рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Юҡтан бар яһай белгән, йәғни алтын ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә эйә булған Шамил Зиннур улы әлеге көндә 22-се мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технологиянан белем бирә. Ул ағастан семәрләп төрлө һындар ижад итә. Эшләгән әйберҙәре менән күргәҙмә, йәрминкәләрҙә лә йыш ҡатнаша. Хеҙмәтенә һоҡланып ҡараусылар бихисап. Араларында һатып алырға теләүселәр ҙә бар.

Ғәлләмовтар күп йылдар мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән өсөн Башҡортостан Республикаһының ат-ҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған. Бихисап Почет грамоталары - уларҙың ныҡышмалы хеҙмәт емеше, туҡтауһыҙ эҙләнеү һөҙөмтәһе.

Утыҙ дүрт йыл гөрләшеп йәшәгән Ғәлләмовтар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙҙары Айгөл ата-әсәһенең юлын һайлай. Ул Салауат педагогия колледжын тамамлап, шунда эшләргә ҡала. Инглиз телен уҡыта һәм ваҡытлыса тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да алып бара ул. Ҡыҙ үҙ тырышлығы менән юғары белем алыуға өлгәшә. Камилла исемле ҡыҙ тәрбиәләй.

Руслан улдары индустриаль техникумынан һуң, СНХРС йәмғиәтендә хеҙмәт итә. Ул ата-әсәһе һымаҡ, эш өсөн тыуған кеше. Ул да ситтән тороп Ырымбур архитектура институтын тамамлап, ҡулына диплом ала. Ул һәм ҡыҙ үҫтерә.

Ғәлләмовтарҙың балалары ла атай-әсәйҙәренән күрмәксе, матур донъя ҡороп, яҡшылыҡҡа ынтыла.

Татыу ғаилә 2001 йылда «Минең ғаиләм» ҡала конкурсында - 1-се, ә көньяҡ төбәк буйынса 2-се урын яулай.

- Икебеҙ ҙә мәғариф өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләйбеҙ. Хаҡлы ялда булып та эшләп йөрөүебеҙҙең сәбәбе - балаларға ярҙам итеү. Яратҡан эшең булһа, тормош юлын бергә үтерлек икенсе яртыңды тапһаң, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр менән бергә йәшәү был ҙур бәхет, - ти Ғәлләмовтар.


Читайте нас: