газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь 2018, 10:30

Шыршылары гөрләп үҫер әле

Үткән шәмбе балалар яңы яҡыу йылына аяҡ баҫты. 25-се башҡорт гимназияһында ул көн ғәҙәти булмаған шарттарҙа уҙҙы. Унда Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, «Яугир» йәмәғәт ойошмаһы, ҡаланың ата-әсәләр комитеты башланғысы менән гимназистар аллеяһы булдырылды.

- Хөрмәтле уҡыусылар, ата-әсәләр! Бөгөн гимназиябыҙҙа өр-яңы йолаға нигеҙ һалына. Ошо урында гимназистар аллеяһы эшләнә. Ул буйҙан-буйға һуҙыласаҡ. Быйыл дүрт беренсе класс йыйҙыҡ. Һәр класҡа берәр күк шыршы ултыртыу бурысы йөкмәтелә, - тип тантананы асты гимназия директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова.

Йәмәғәтселек яҡшы эш башлаған. Әле ҡалала бер генә белем усағында ла бындай күренеш юҡ ине. Шыршылар «Яугир» ойошмаһы ярҙамы менән алынған. Ойошма ағзалары киләсәктә лә был изге традицияны дауам итеүгә булышлыҡ итәсәктәрен белдерҙе.

Альберт Торошев, «Яугир» ойошмаһы рәйесе:

- Гимназияға ниндәйҙер бүләк яһау хыялы күңелдә күптән йөрөй ине, әммә бер нисек тә бойомға ашырылмай ҡала килде. Был ниәтемде еткергәс, ҡоролтай хуплап, идеямды күтәреп алды. Йыл һайын шулай эшләһәк, ысын мәғәнәһендә, аллея хасил буласаҡ.

Рәшиҙә Буранғолова, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы:

- Балалар, ошо ултыртылған шыршыларҙы үҙегеҙ тәрбиәләп, ҡурсалап үҫтерегеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, 11-се класты тамамлағанда был ағастар, үҙегеҙ кеүек, бейек, матур булып күтәрелер. Сығарылыш кисәһендә бергәләп фотоға төшөрһөгөҙ. Ниндәй матур иҫтәлек буласаҡ.

Айнур Ишемғолов, «Яугир» ойошмаһы ағзаһы:

- Башҡорт гимназияһы ул - беҙҙең киләсәк. Шуға күрә ойошма уны иғтибарҙан ситкә йүнәлтмәҫкә, күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Йәш быуында теленә, иленә, халҡына һөйөү, күңелдәрендә иман тәрбиәләү төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Берҙәм булһаҡ, милләтебеҙгә ҡурҡыныс янамаҫ.


Читайте нас: