Сараны ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина алып барҙы. Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов, барыһын да яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас тәбрикләп, яңы ижади бейеклектәр, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне.
Август кәңәшмәһенең тантаналы өлөшөндә хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандарына сәскә гөлләмәләре тапшырылды һәм изге теләктәр әйтелде.
Ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Фруза Хәбибуллина үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре, яңы пландар менән таныштырҙы. Ул кадрҙар мәсьәләһе борсоуға һалыуы тураһында әйтеп үтте. Белем усаҡтарына математика, физика, рус теле һәм әҙәбиәте, сит ил теле һәм өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары, ә балалар баҡсаларына музыка уҡытыусылары талап ителә.
БР Мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Салауат мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.
«Хәүефһеҙ юлдар» федераль проек-тының төбәк координаторы булараҡ Зариф Байғусҡаров республикалағы юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһы һәм уларҙың һанын кәметеү өсөн күрелгән саралар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттарының тәҡдимдәре, һуңғы ваҡытта индерелгән үҙгәрештәр һәм тейешле закондарҙың үтәлеше хаҡында һөйләне.
Зариф Закир улы әйтеүенсә, Рәсәйҙә туған телдәрҙе яҡлау фонды булдырыласаҡ. Был фонд уҡыу программаларын, белем биреү методикаһын һәм концепцияларҙы әҙерләүгә, сифатлы һәм лицензиялы әсбаптар булдырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Ошоға ярашлы РФ Президенты Хакимиәтенә һәм РФ Хөкүмәтенә тәҡдимдәр ебәрелгән.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙ сығышында айырыуса туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе һайлау ата-әсәләрҙең ихтыярында булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә улар менән даими эш алып барырға, ә иң мөһиме, ғаиләлә туған телеңә һөйөү тәрбиәләргә, балалар менән шөғөлләнергә кәрәклегенә баҫым яһаны.
Ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәһе тамам. Алда барыһын да яңы уҡыу йылы көтә. Унда педагогтар ҙа, уҡыусылар ҙа бөтә пландарын, уй-маҡсаттарын уңышлы тормошҡа ашырыр.