Быйыл 1-се класс уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә, ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин, тигән һорауҙарға яуап эҙләп, Гөлнар Бәшироваға мөрәжәғәт иттем. Уның ҡыҙы Алина быйыл 24-се мәктәптең ишеген тәүге тапҡыр асасаҡ. Хәйер, ул бында бер йыл буйы әҙерлек төркөмөндә белем алып өлгөргән.
- Шөкөр, хәҙер әйбер күп, теләгәнеңде һайлап алырға була. Һатылған мәктәп формаһының, портфелдәрҙең, ручка-ҡәләмдәрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Ниндәйен алырға ла белмәҫһең. Һәр кем, үҙенең кеҫәһенә, әйберҙең сифатына ҡарап, күңеленә оҡшағанын эҙләй. Әлбиттә, яҡшыраҡ әйберҙәрҙе алырға тырышаһың. Юҡ, Ҡытай тауарына әйләнеп тә ҡарағым килмәй. Минең өсөн алған әйберҙең сифаты ла, уңайлылығы ла мөһим. Иң беренсе төрлө сауҙа нөктәләрендәге хаҡтарҙы сағыштырып ҡарап сыҡтым. Беҙҙең уҡыу йортонда, мәктәп советы раҫлаған, барыһы өсөн дә бер төрлө форма булырға тейеш. Алдан уҡ йыйылышта беҙгә ҡыҙғылт зәңгәр төҫтәге махсус кейемдәр ҡала баҙарында ғына һатыла, тип әйткәйнеләр. Шуға ла форманы шунан алдым. Туфли һәм портфелде Алина үҙенә оҡшағанын һайлап алды, - ти Гөлнар.