Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 11:15

Күп телдәрҙе белеү эске донъяны байыта

Хәҙерге заманда күп төрлө телдәрҙе белеү мотлаҡ, айырыуса халыҡ-ара инглиз телен. Сит телде өйрәнеү бик үк еңел булмаһа ла, уны белергә теләү бер ваҡытта ла һуң түгел. Үҙеңә тик маҡсат ҡына ҡуя белергә кәрәк. Һеҙгә “English club” инглиз телен өйрәнеү үҙәгенең уҡыу бүлеге буйынса мөдире Юлиә Таһир ҡыҙы Говарс менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

- “English club” инглиз телен өйрәнеү үҙәге тураһында һөйләп китегеҙ әле.

- Был үҙәкте 2012 йылда астыҡ. Уны булдырыуҙың маҡсаты – инглиз телен юғары кимәлдә өйрәтеү. Үҙәктә шәхси ҙә, төркөм менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Йыл әйләнәһенә уҡырға теләүселәрҙе ҡабул итәбеҙ, һәр ваҡыт яңы төркөмдәр старт ала, йәй осоронда ла “Инглиз каникулдары” ойошторабыҙ.

- Бында инглиз теле генә өйрәнеләме, әллә башҡа сит ил телдәре лә бармы?

- Асылған осорҙа бер нисә тел өйрәнеү мөмкинселеге бар ине, әммә инглиз теле менән ҡыҙыҡһыныусылар күберәк булып сыҡты. Һәм беҙ тик инглиз телен генә ҡалдырырға булдыҡ.

- Һеҙҙең ишектәрегеҙ кемдәр өсөн асыҡ?

- Дүрт йәштән алып барыһы өсөн дә.

- Салауат ҡалаһында ике үҙә-гегеҙ бар шикелле...

- Эйе. Улар Губкин урамы һәм Салауат Юлаев бульвары буйынса урын-лашҡан, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһында филиалыбыҙ бар. Башҡа ҡалаларҙа ла үҙәктәр асырға ниәтләйбеҙ.

- “English club” уҡытыусылары-ның үҙенсәлеге нимәлә?

- Үҙәктә бөтәһе 14 уҡытыусы эшләй. Барыһы ла юғары белемле, яуаплы. Беҙҙең үҙәк методистары телде өйрәтеү өсөн үҙ методикаларын әҙерләй. Тәжрибәле уҡытыусылар әҙ генә ваҡыт эсендә яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам итә. Аҙна һайын тиерлек инглиз телендә генә һөйләшеүсе кешене саҡырабыҙ. Ул бер дәрес буйына балалар менән аралаша.

- Ниндәй уҡыу программалары ҡаралған?

- Кескәйҙәр өсөн уйын формаһында дәрестәр үткәрелә. Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Мәктәп уҡыусылары өсөн грамматиканы ныҡлы өйрәтәбеҙ.

- Инглиз, шулай уҡ башҡа сит ил телдәрен өйрәнеүселәр өсөн теләктәрегеҙ.

- Беренсе сиратта, егәрлелек һәм түҙемлелек теләйем, һәм, әлбиттә, уңыштар юлдаш булһын.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: