- Белем биреү учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерме?
- Уларҙың күбеһе тиерлек уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Һәр бер мәғариф учреждениеһында ниндәй ҙә булһа ремонт эшләнде, ә ҡайһы берҙәрендә әлеге мәлдә ҡыҙыу эштәр бара.
Иң ҡыуаныслыһы, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса конкурста белем усаҡтары еңеү яуланы. Ошо программа сиктәрендә 8-се лицей территорияһына асфальт һалыу, 21-се мәктәптең һәм 8-се лицейҙың инеү урынын капиталь ремонтлау эштәре башланды. Шулай уҡ 1-се балалар баҡсаһында тәҙрә алыштыралар, 52-се балалар баҡсаһының территорияһына асфальт һалына, 23-сө, 46-сы балалар баҡсаларында веранданы нығытыу эштәре ҡыҙыу бара. Был мәғариф учреждениелары конкурста ҡатнашып, еңеү яулап, барыһына ла өлгө күрһәтте.
Мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында йылытыу системаһына опрессовка үткәрелә. Бары тик алты белем усағы ғына ҡалды. Был аҙна аҙағына эштәр тамамланыр, тип планлаштырабыҙ.
Әлеге заманда объекттарҙа электр йыһаздары күбәйҙе. 50-60 йыл элек төҙөлгән белем усаҡтарының электр сымдары хәҙерге талаптарға тап килмәй. Шул сәбәпле бөтә ерҙәге электр сымдары тикшерелде, ремонтланды. Был эште конкурста еңеүсе Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Энергомонтаж» подряд ойошмаһы башҡарҙы.
Уҡыусыларҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуап биргән структура хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәлен баһалай, мәктәптәр тикшерелә. Ғөмүмән, яңы уҡыу йылына етди әҙерлек бара.
Территорияның яҡтыртылған булыуы, видеокүҙәтеү системаһының эше, янғын сигнализацияһының төҙөк булыуы, хәбәр итеү системаһы, эвакуациялау юлында ҡаршылыҡтар булмауы, янғын һүндереү сараларының төҙөк булыуы һәм башҡалар иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең бурыс - белем биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау.
- Балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙәге ремонттар өсөн бюджеттан аҡса бүленәме?
- Бөтә объекттарға янғын һүндереү сигнализацияһын ҡуйыу өсөн 7150000 һум, ә видеокүҙәтеү ҡуйыу өсөн 3600000 һум аҡса бүленде.
Мәғариф учреждениеларында хәүеф-һеҙлек мәсьәләһе буйынса эшләү өсөн «исемле асҡыстар» уйлап табылды. Бының өсөн республика бюджетынан 1700000 һум аҡса күсерелде.
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡала хакимиәте тарафынан бик күп эштәр башҡарыла. Һәм ата-әсәләрҙең дә ярҙамы ҙур.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы проектының дөйөм суммаһы - 6,3 млн. һум. Ҡала хакимиәте - 600 мең, ҡала халҡы - 700 мең, бағыусылар - 700 мең, республика бюджеты 4,3 млн. һум бүлде.
- Проблемалар ҙа барҙыр...
- Әлеге заманда бюджет бер аҙ ҡыҫынҡыраҡ. Ятҡан таш - мүкләнә, йөрөгәне шымара, тиҙәр бит. Һәр коллектив етәксеһе ниндәй конкурста ҡатнашырға, ҡайҙан нәмә эҙләп табырға, тип янып эшләгәндә генә эш алға барасаҡ.
Ҡайһы бер белем усаҡтарының ҡыйыҡтарына ремонт талап ителә. Быны ла беҙ хәл итергә тырышабыҙ.
- Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса үҙгәрештәр юҡмы?
- Имтихандар тураһында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары араһында ла, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары араһында ла төрлө фекерҙәр йөрөй. Киң йәмәғәтселек тә был теманы урап үтмәй. Ата-әсәләр ҙә бәхәскә ҡушылып китә. Ләкин быйылғы уҡыу йылында үҙгәрештәр күҙәтелмәй.
- Икенсе сит ил теле уҡытыу тураһында ла ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ишетергә тура килә.
- Ошо йылдың 1 сентябренән икенсе сит ил теле мәктәп программаһының мотлаҡ предметы тип раҫлана. Мәктәптәр уҡытыу программаһы буйынса телде үҙҙәре һайлаясаҡ, ҡайҙа – немец, ҡайҙа – француз һәм башҡа телдәр уҡытыласаҡ. Был, әлбиттә, ойоштороу мәсьәләләре, кадрҙар, уҡыу әсбаптары йәһәтенән әҙерлек һәм ваҡыт талап итер, тип уйлайым.
- Быйыл беҙҙең ҡалаға йәш белгестәр эшкә киләме?
- Йылдағыса йәш белгестәрҙе көтәбеҙ. 29 августа ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең конференцияһы ойошторола. Уға тиклем кемдәр килеүе билдәле буласаҡ.
- Каникул да тамамланыуға яҡынлаша, тиҙҙән мәктәпкә. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн һеҙҙең теләктәрегеҙ.
- Иң беренсе - барыһына ла һаулыҡ теләйем. Балалар - беҙҙең киләсәк. Һәр бер бала тырышлыҡ күрһәтеп, ҙур белемдәргә эйә булһын. Уҡыу - ул бит хеҙмәт, әммә хеҙмәт ҡыҙыҡлы ла һәм мауыҡтырғыс та. Мәктәп тормошо - тағы ла дуҫлыҡ, аралашыу һәм бик күп шатлыҡлы мәлдәр.
Ә уҡытыусыларҙың һәр береһенә айырым ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Уларҙың хеҙмәте хөрмәткә лайыҡ. Уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм дә балалар берҙәм булһындар. Берҙәм булғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә, уңышҡа өлгәшеп була. Улар ҙа өс таған һымаҡ ныҡлы булһын, тигән теләктә ҡалам.
- Фруза Йәғәфәр ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә, барлыҡ уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға яңы уҡыу йылында уңыштар, яңы белем үрҙәрен яулауҙарын теләйбеҙ.