газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июль 2018, 11:57

Оло тормош юлында ла тормаҫтар һынатып

Сығарылыш уҡыусылары ҡасан тағы шулай Голливуд йондоҙҙары кеүек ҡыҙыл балаҫтан тантаналы атлап үтер ине икән? Ә бына беҙҙең ҡалала мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаусылар өсөн ошондай байрам йыл да ойошторола. «Газпром нефтехим Салауат», «Салауатбыяла» һәм ҡала хакимиәте бына ун икенсе йыл рәттән мәктәпте тамамлаусыларға иң сағыу, иҫтәлекле байрам бүләк итә.

Быйыл «Баллы бал» тантанаһына үҙҙәренең тырышлығы һәм һәләте арҡаһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән 450 ҡыҙ һәм егет саҡырылды. Улар ара-һынан 54 алтын ми-ҙалсыға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

- 2018 йыл сығарылыш уҡыусы-ларының барыһына ла үҙ юлдарын табыуын теләйем, был иң мөһиме, - тине «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов. - Ул юл, белем алғандан һуң, ҡабаттан Салауатҡа алып килһә, тағы ла яҡшыраҡ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ һәм ҡаланың матур йолаларын дауам итеп эшләр өсөн ҡайтырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

Ут, трансформерҙар шоуҙары һәм бейеү флешмобы араһында балдың короле менән королеваһы ла һайланды. «Баллы бал»дың батыры исемен Илнур Янбаев, һылыуҡайы исемен Нурия Ҡантимерова алды. Кисәне Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары «ARTIK&ASTI» төркөмөнөң, Джигандың, Dj Groove диджейҙың сығыштары биҙәне.

- Байрам матур йола булараҡ уйланылғайны һәм был ниәт тормошҡа ашты. Ул йыл һайын уҙғарыла. Беренсе «Баллы бал»да ҡатнашыусыларҙың балалары хәҙер инде беренсе класҡа уҡырға бара. Салауат мәктәптәрен тамамлаусыларҙың тормошонда барыһы ла һәйбәт булыуын, күңелдәренә оҡшаған эштәрен табыуын теләйем. Балаларға бөтә күңелен һәм көсөн һалған уҡытыусыларға рәхмәт, - тине «Баллы бал»дың башланғысында тороусы Дамир Шәүәлиев.

Таң атҡас, изге йола буйынса, сығарылыш уҡыусылары һауаға йөҙәрләгән шар осорҙо.


Читайте нас: