газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Июнь 2018, 13:27

Ҡалала ла йәй күңелле

Әле балаларҙың иң рәхәт мәле. Китап-дәфтәрҙәрҙән арынып, иркен һулап ял итә улар. Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет ҡарамағындағы «Йәштәш» үҫмерҙәр клубы янында эшләп килгән «Ҡалала йәй» лагерында икенсе смена башланған.

- Балаларҙың йәйге ялын йыл да ойошторабыҙ. Беҙҙә 5-12 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр тупланған. Уларҙың күпселеге - ауыр тормош хәлендә һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған үҫмерҙәр. Быйыл ике сменала 60 ҡыҙ һәм малайҙы ҡабул иттек. Ике тапҡыр ашатабыҙ, даими саралар уҙғарабыҙ. Төрлө мөхиттә үҫкән балалар бар, ғаиләләрендә яҡлау тапмағандар беҙҙә күңел тыныслығын тоя, - тип һөйләй лагерь начальнигы Элина Сәйетбатталова.

Мин барған мәлдә балалар тырышып-тырмашып тәрбиәселәре менән Ғаилә көнөнә арнап бәхет һәм именлек символы булған даға эшләп ултыралар ине.

- Ғаилә көнө июлдә билдәләнһә лә, беҙ уны һәр смена һайын билдәләйбеҙ. Сөнки Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тарафынан 2018 Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ҡағыҙҙан саф мөхәббәтте кәүҙәләндергән ваҡ ҡына аҡ сәскәләр киҫеп, урамдағы кешеләргә тараттыҡ, иң ҙурҙарын үҙебеҙҙең стендҡа беркетеп ҡуйҙыҡ. Ғөмүмән, һәр көнөбөҙ айырым датаға арналған. Яңыраҡ үткән Рәсәй көнөнә һүрәт төшөрөп, күргәҙмә эшләнек, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Мәңгелек ут янына барып, сәскәләр һалырға, һауаға аҡ шарҙар осорорға ниәт итәбеҙ, - ти тәрбиәсе Диана Елецкая.

Насар балалар юҡ, әммә үҫмерҙәр төрлө холоҡло, уртаҡ тел таба белергә лә кәрәк. Был йәһәттән уларға социаль педагог Әнисә Асҡарова ярҙамға килә, төрлө лекциялар, тренингтар уҙғара, аңлатыу эштәре алып бара. Уның әйтеүенсә, иң мөһиме, үҫмерҙәрҙең ышанысын яулау.

Тәрбиәселәр Аделина Ишмырҙина һәм Диана Елецкая балаларҙың һәр көнө күңелле уҙһын өсөн бар көсөн һала. Лагерҙағы ижади йүнәлеш өсөн Диләрә Мафенбаер яуаплы. Бассейнда йөҙөү, батутта һикереү, паркта ял итеү, театр, киноға йөрөү бик тә оҡшай тәрбиәләнеүселәргә. Бер буш ваҡыттары юҡ. Әле бер, әле икенсе эш менән мәшғүлдәр, йырлап-бейеп күңел асырға ла ваҡыт табалар.

Таисия менән Эльвира күптәнге әхирәттәр, бергә бейеү түңәрәгенә йөрөйҙәр, йыл да ошо лагерға киләләр икән.

- Беҙгә бында бик оҡшай, күңелле генә ял итәбеҙ. Тәрбиәселәр һәйбәт, яҡшы ашаталар, яңы дуҫтар таптыҡ. Отрядта йыйылған балалар берҙәм, татыу, - тине улар.

Әңгәмәләшеп-аралашып алғандан һуң, балалар етди төҫ менән артабан да үҙҙәренең эштәрен дауам итте.


Читайте нас: