Кешене ғәҙеллеге, эшһөйәрлеге, характе-рының ныҡлығы өсөн ихтирам итәләр. Бөтә яҡшы сифаттарға эйә булған Гөлнара Темирова тирә-яҡтағыларҙы үҙенең һөйкөмлө йылмайыуы, асыҡ йөҙө менән арбай. Ул - ҡабатланмаҫ ҙур эске мәҙәниәтле, ҡабатланмаҫ кеше, сағыу шәхес.
Гөлнара Ғайса ҡыҙы үҙенең бар оҫталығын мәктәпкәсә йәштәге ба-лаларҙы тәрбиәләүгә, белем биреүгә һала. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас та, Салауат ҡалаһына килеп 53-сө балалар баҡсаһында ең һыҙғанып эшкә тотона. Бөгөн ул 49-сы балалар баҡсаһында үҙенең яратҡан һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итә. Ике юғары белемле белгес 23 йыл эсендә балаларҙан һәм уларҙың ата-әсәләренән бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Был юҡҡа түгел, сөнки балаларҙың рухын күтәреүгә, төрлө яҡлап үҫтереүгә бөтә күңелен биреп эшләгән тәрбиәселәрҙең береһе ул. Төп хеҙмәтенән тыш, төрлө сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡат-наша, үҙенең һөнәри оҫталығын конкурстарҙа иҫбатлап тора. Ул «Йыл тәрбиәсеһе», «Йыл уҡы-тыусыһы» һәм башҡа бик күп мәғариф өлкәһендәге ҡала сараларының даими алып барыусыһы. 49-сы балалар баҡсаһының профком рәйесе, «Йыл тәрбиәсеһе - 2009» ҡала конкурсының еңеүсеһе, «Мәктәпкәсә белем би-реү ойошмалары педагогы - 2017» ҡала конкурсы еңеүсеһе, «БР-ҙың мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогы - 2017» республика конкурсы ҡатнашыусыһы.
Тормош һөйөүсән гүзәл ханым тирә-яҡта-ғыларға кесеме, оломы - барыһына ла ихтирам менән ҡарай. Ә ата-әсәһе өсөн ул берҙән-бер ҡыҙҙары, улдары өсөн һөйөклө әсә, яратҡан ире өсөн тоғро тормош иптәше. Вәсил Булат улы һәм Гөлнара Ғайса ҡыҙы Темировтар Илдус һәм Айрат исемле аҡыллы улдар үҫтерәләр. Был ғаилә - ижади ғаилә. Һандуғастай моңло тауышлы Гөл-нара һәм ҡурайҙа уйнау оҫтаһы Вәсил «Умырзая» башҡорт халыҡ ансамбленең етәксеһе. Йыр-моңға булған һөйөүен Гөлнара сабыйҙарға ла күсерә, ул балалар баҡсаһында вокал алып бара. Вәсил Булат улы уҡыусы бала- ларға ҡурай серҙәрен төшөндөрә. Улдары Илдус индустриаль колледжында белем ала, ә Айрат 25-се башҡорт гимназияһында уҡый. Айрат та атаһы кеүек ҡурайҙа уйнай, футбол менән шөғөлләнә.
- Эшем, ата-әсәйем, балаларым менән бә-хетлемен. Кеше өсөн күңеленә ятышлы һөнәрле булыу, бер һүҙле, татыу коллективта эшләү - иң ҙур бәхеттең береһелер ул. Был йәһәттән мин сикһеҙ бәхетлемен, һөнәремде яраттым, үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдыма ла килтерә алмайым, - ти оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ.
Гөлнара Ғайса ҡы-ҙының көләс йөҙөнә ҡарап, үҙенең ғүмерендә бик күп нәмәләргә өл-гәшеүен аңлайһың. Юға-ры һөнәри оҫталығы өсөн ул күп тапҡырҙар грамоталарға лайыҡ булған. Салауат ҡала-һы мәғариф бүлеге-нең, БР Мәғариф ми-нистрлығының, РФ-тың Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика Президумының, РФ Мә-ғариф министрлығының Маҡтау грамоталары, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров исеменән Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.