Мәктәптә белем алып йөрөгән уҡыусыларҙың һәләттәрен күрә белеү, юғарыраҡ баҫҡыстарға үрләүгә этәргес биреү бик мөһим. Шунһыҙ йәштәрҙә яҡшы белем алыуға ынтылыш, төрлө фәндәргә ҡыҙыҡһыныуы тыуҙырыу мөмкин дә түгел. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың тырышлығын баһалай ҙа белергә кәрәк. Уҡыу алдынғыларын тәбрикләүгә арналған Аҡыллылар байрамы мәктәптәрҙең генә түгел, ҡала, республика ғорурлығы булған ҡыҙ һәм егеттәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеү билдәһе ул.
- Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ - беҙҙең ғорурлыҡ. Алған белемегеҙ, уңыштарығыҙ киләсәк тормошоғоҙға нигеҙ булһын. Артабан да шулай яңы үрҙәргә ынтылығыҙ, еңеүҙәргә ирешегеҙ, - тип ҡотланы уҡыусыларҙы мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Гөлнара Сөләймәнова.
Был көндө олимпиадаларҙа иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүсе белем биреү учреждениелары ла билдәләнә. 2017-2018 уҡыу йылында беренсе урында 2-се гимназия килә, икенсе урында 1-се лицей. Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында 2-се кадет мәктәбе беренсе урын алһа, 4-се һәм 24-се мәктәптәр икенсе урынды бүлешә.