Ҡаланың балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында “Тәрбиәле булһын балам!“ тип аталған ата-әсәләр форумы үтте. Сарала уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты. Форумдың темаһы - башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, үҫеп килгән быуындың рухи тәрбиәһендә тыуған телдең роле.
- Ғаиләлә киләсәк тәрбиәләнә, башҡорт ғаиләһе тарихты, телде, милләтте һаҡлап ҡалыу сәңгелдәге ул. Сараны балаларыбыҙ, ғаиләбеҙ, тыуған еребеҙ тураһында матур, яғымлы һүҙҙәр менән башлап ебәрәйек. Рәхим итегеҙ, - тип матур сараны асып ебәрҙе алып барыусы Гөлнара Темирова.
Залда ултырған бөтә ата-әсәләр ҙә улар өсөн бала, ғаилә, тыуған ер нимә ул, тигән һорауға кем уҙарҙан дәррәү яуап ҡайтарҙы.
Мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина үҙенең сығышында Башҡортос-таныбыҙҙа татыу, өлгөлө башҡорт ғаиләләре күберәк булыуын, шул ғаиләләрҙә аҡыллы, тырыш, рухлы балалар-ҙың үҙ туған телдәрендә рәхәтләнеп һөйләшеп үҫеүен теләне.
Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-береңде һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Салауатта ла туған телен яратҡан, үҙ иткән матур ғаиләләр күп. Ошо уңайҙан балаларын милли рухта тәрбиәләгән илһөйәр, телһөйәр, өлгөлө ғаи-ләләр ҙә билдәләп үтелде. Фруза Йәғәфәр ҡыҙы балаларын лайыҡ-лы тәрбиәләгән ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлеше буйынса төрлө конкурстарҙа еңеүсе уҡыусылар ҙа грамоталар алып шатланды.
Форумда Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Сибәғәт Рахманғолов, уҡытыу-методика үҙәге методисы Зөлфиә Хәсәнова, 11-се мәктәптең психологы Раушания Янбаева ла сығыш яһаны. Мәктәп уҡыусылары һәм ба-лалар баҡсалары тәр-биәләнеүселәре баш-ҡарыуында йыр-бейеүҙәр сараға бәҫ кенә өҫтәне.
Ижад һарайының фойеһында шәжәрәләр, ҡул эштәре лә урын алғайны. Уларҙың барыһы ла күңел йылыһы менән башҡарылған.
Байрамдан бөтәһе лә ҡәнәғәт таралышты. Фәһем алдыҡ, илһам-ландыҡ, һоҡландыҡ, дәртләндек. Әйткәндәй, шундай матур сара ҡороусыларға - ойош-тороусыларға, кисәне йыр-моң, бейеү менән биҙәүселәргә, алып барыусыларға рәхмәт әйтмәйенсә булмай. Афарин, милләттәштәр!