газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Май 2018, 16:07

Оҙатабыҙ һеҙҙе оло юлға!

Аҡ алъяпҡыс таҡҡан, сәстәренә аҡ таҫма үргән ҡыҙҙар, килешле костюм кейгән, галстук таҡҡан егеттәр ҡала урамдарынан ғорур атлай. Улар тулҡынландырғыс сараға - Һуңғы ҡыңғырауға ашыға.

Аҡ алъяпҡыс таҡҡан, сәстәренә аҡ таҫма үргән ҡыҙҙар, килешле костюм кейгән, галстук таҡҡан егеттәр ҡала урамдарынан ғорур атлай. Улар тулҡынландырғыс сараға - Һуңғы ҡыңғырауға ашыға.

Был байрам, ғәҙәттә, 25 майҙа үткәрелһә лә, быйыл ул 9-сы кластарҙың имтиханына тура килде. Шуға күрә уны ҡасан уҙғарырға кәрәклекте һәр ҡала-район үҙе хәл итте. Салауатта ул кисә булды.

Быйыл ҡала мәктәптәренән бөтәһе 1945 уҡыусы ҡанат нығытып сыға, уларҙың - 575-е - 11-се кластан, 1370-е 9-сы кластан.

25-се башҡорт гимназияһының алды гөр килә. Оло тормош юлына аяҡ баҫырға йыйынған егет-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәренә шатлыҡ та, бер аҙ һағыш та сыҡҡан. Был аңлашыла ла, улар өсөн мәктәп ҡыңғырауы һуңғы тапҡыр яңғырай бит. Гимназия менән 11-се класта белем алыусы 29 егет һәм ҡыҙ хушлаша, туғыҙҙы 25-әр бала уҡыған ике класс тамамлай.

Тәбрикләү һүҙе менән ҡала хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Луиза Иҫәнбаева сығыш яһаны.

- Бөгөн һеҙҙең өсөн иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Һуңғы ҡыңғырау ҙур тормошҡа, оло донъяға саҡыра кеүек. Ул шатлыҡлы, сағыу ваҡиғаларға бай булһын. Юлығыҙҙа тик яҡшы кешеләр генә осраһын. Имтихандарығыҙҙы уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона инегеҙ. Иң мөһиме, дөрөҫ юлдан тайпылмағыҙ, - тине ул.

Шулай уҡ гимназия директоры Гөлфиә Дәүләтҡолова, уҡыусыларҙың тәүге остаздары, ата-әсәләр ҙә изге теләктәрен еткерҙе.

Һауаға аллы-гөллө шарҙар осоролдо. Һанаулы ғына көндәрҙән сығарылыш уҡыусылары ла ошо шарҙар һымаҡ төрлөһө төрлө тарафтарға тараласаҡ.

Мәктәптәрҙәге байрам сараларынан һуң сығарылыш уҡыусылары улар өсөн ойошторолған «Яҙғы бал»ға ашыҡты.
Читайте нас: