Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2018, 11:32

Иҫтә ҡалһын йәмле йәй

Оҙайлы, ҡатмарлы уҡыу йылы ла аҙағына яҡынлашып бара. Мәктәп мәшәҡәттәренән арынып, балалар яңы миҙгелгә көс йыйһын, сәләмәтлектәрен нығытһын, йәйге ялдары ойошҡан үтһен өсөн мәғариф идаралығы саралар планын күптән әҙерләгән.

Оҙайлы, ҡатмарлы уҡыу йылы ла аҙағына яҡынлашып бара. Мәктәп мәшәҡәттәренән арынып, балалар яңы миҙгелгә көс йыйһын, сәләмәтлектәрен нығытһын, йәйге ялдары ойошҡан үтһен өсөн мәғариф идаралығы саралар планын күптән әҙерләгән.

- Быйыл һауыҡтырыу кампанияһы тарафынан балаларҙың 95 проценты солғап алынасаҡ, йәғни йәйге лагерҙарға, шифаханаларға 12500 бала юлланасаҡ. Финанслау, былтырғы менән сағыштыр-ғанда, бер кимәлдә. Республиканың Мәғариф министрлығы «Балаларҙың ялы һәм уларҙың сәләмәтлеген нығытыу менән шөғөлләнеүсе ойошмалар реестрын раҫлау тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Әгәр исемлектә ял итәсәк лагерь бар икән, ата-әсәләр өсөн хәүефләнергә урын юҡ. Тимәк, улар ғәзиздәрен ышаныслы ҡулдарға тапшыра. Шуға иғтибар итергә кәрәк, - ти мәғариф идаралығының баш белгесе Наталья Барвина.

Тиҙҙән ҡала янындағы «Спутник» һәм «Бригантина» лагерҙары, «Инеш» шифаханаһы үҙ ишектәрен асасаҡ. Балаларын ситкә ебәрергә теләмәгән йәки мөмкинлеге булмаған ата-әсәләр хафаланмаһа ла була. Ундайҙар өсөн 25 мәктәп яны лагерҙары эшләйәсәк. Уларҙың 19-ы - дөйөм белем биреү ойошмалары нигеҙендә, 1-әүһе - йәштәр эштәре буйынса комитет ҡарамағында, 5-әүһе - спорт мәктәптәре базаһында. Өлкәнерәк йәштәге уҡыусылар хеҙмәт берләшмәләренә йөрөй ала. Һәр йылдағыса, «Йәштәш» йәштәр үҙәге лә палатка лагерҙарында үҫмерҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Ғөмүмән, республика буйынса ни бары ошондай 16 лагерь бар, шуларҙың береһе беҙҙең ҡалала булыуы һәйбәт күренеш. Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, етем балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Улар менән эшләү өсөн махсус комиссия төҙөлгән. Хатта теләктәре булғандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу ҙа мөмкин. Һуңғы арала балалар ҡатнашлығындағы фажиғәләрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, быйыл хәүефһеҙлек ҡағиҙәлә-ренә айырыуса көслө баҫым яһаласаҡ. Шулай уҡ кадрҙар һайлап алыуға ла етди иғтибар бирелә. Быйылдан уңышлы эшләй башлаған «Башҡортостан Рес-публикаһының ял һәм сәләмәтлеккә мохтаж балалар һәм үҫмерҙәр иҫәбенең берҙәм системаһы»нда ҡаланың 179 предприятиеһы теркәлгән. Унда хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, нисә кешегә ғариза бирелеүе тураһында мәғлүмәт бар. Финанслауҙы бүлгәндә бик тә уңайлы, тиҙәр мәғариф идаралығында. Бынан тыш, үҫмерҙең ҡайҙа, ҡасан ял итеүен контролдә тотоп була. Иң мөһиме, йәй хәүефһеҙ һәм фажиғәһеҙ үтһен.
Читайте нас: