23 апрелдән 27-һенә тиклем ҡалала Милли кухня аҙналығы уҙҙы. Уны 25-се башҡорт гимназияһында астылар.
Белем усағында башҡорт ризыҡтарын тәҡдим иттеләр. Иртәнән алып ашхана залында ҡурай моңо яңғыраны. Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы менән танышырға «Дөйөм туҡланыу» предприятиеһы директоры Людмила Сафро-нова, мәктәп туҡланыуы мөдире Татьяна Жабина, технолог-лаборант Венера Меметалиева, мәғариф идара-лығы начальнигы Фруза Хәбибуллина, идаралыҡтың баш белгесе Наталья Барви-на килде. Ҡунаҡтарҙы милли костюмдарҙағы егет-ҡыҙҙар бауырһаҡ, ҡурай менән ҡар-шыланы. Сараға гимназияның бөтә коллективының, Рузилә Уразова етәкселегендәге аш-наҡсылар бригадаһының етди, тырышып әҙерләнеүе һиҙелә. Ана, табын түренән бауырһаҡ урын алған, ҡош теле, башҡорт балы, ҡорот-ҡатығы ла бар бында. Башланғыс кластар уҡыусылары ата-әсәләр һәм класс етәкселәре менән бергә яратҡан аҙыҡтарының рецептар күргәҙмәһен әҙерләгән.
- Проектты ҡаланың 70 йыллығына арнап, республи-кала йәшәүсе халыҡтарҙың традицияларын һаҡлап ҡалыу, үҙ-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын күтәреү маҡсатында иғлан иттек. Бөгөн беҙ гимна-зияла башҡорттарҙың тәмле ризыҡтары менән таныштыҡ. Бик матур әҙерләнгәндәр, афарин, тип әйтергә генә ҡала, - тине Людмила Васильевна.
Тәмләп ашап ултырыусы балаларҙан «Һеҙгә оҡшаймы?» тип һораны. Улар кем уҙарҙан «Бик тәмле!» тип яуап бирҙе.
- Аҙна буйы балаларҙы башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин халыҡтарының милли ризыҡтары менән һыйланыҡ. Был аҙыҡтарҙың нисек әҙерләнеүе тураһында ла һөйләнек. Улар ҡәнәғәт ҡалды. Башҡорт кухняһы көнөндә уҡыусыларға ыумас ыуҙыҡ, ҙур бәлеш бешерҙек, иртән ҡоймаҡ ҡойҙоҡ. Украин сумары ла балаларҙың күңеленә хуш килде, уны яратып ашанылар. Өйҙә бит ундай аштарҙы бөтәһе лә әҙерләп бармай, үҙебеҙҙең ыумасты ла белеүселәр әллә ни күп түгел, - ти гимназияның өлкән ашнаҡсыһы Рузилә Сәғиҙулла ҡыҙы.