газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Апрель 2018, 12:44

Һөйләшәм дә, яҙам да

Уҙған аҙнала йәмәғәтселек башҡорт теленән тоталь диктант яҙҙы. Дүртенсе йыл үткәрелгән был сара «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!» девизы аҫтында уҙҙы. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Акцияның маҡсаты - иғтибарҙы башҡорт теле мәсьәләләренә йүнәлтеү, дөрөҫ яҙыу мәҙәниәтен үҫтереү.

Беҙҙең ҡалала диктант яҙыу урыны итеп 25-се башҡорт гимназияһы һайланды.

- Был турала иғланды социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырҙыҡ, мәғариф учреждениеларына ебәрҙек. Шуныһы ҡыуандыра, үҙенең белем кимәлен тикшерергә теләүселәр һаны йылдан-йыл күбәйә. Быйыл барлығы 107 кеше ҡатнашты. Улар араһында уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар, ата-әсәләр ҙә бар. Диктант өсөн яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөк алынған. Тексты башҡорт теле уҡытыусылары уҡыясаҡ, - тип сара менән таныштырҙы туған телдәр буйынса методист Зөлфиә Хәсәнова.

37 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған 7-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Шафиҡова үҙен өсөнсөгә һынай.

- Мин диктант яҙырға яратам. Алдағы йылдарҙа тик «бишле» алып килдем. Быйыл да тырышырға инде. Был бик мөһим сара. Үҙебеҙ балаларға белем бирһәк тә, һәр ваҡыт эҙләнеү, өйрәнеү юлында булырға кәрәк, - ти Гөлшат Үзбәк ҡыҙы.

2-се кадет мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары Лиана менән Илнара ла диктант яҙыу файҙалы, беҙгә киләсәктә имтихан да тапшырырға кәрәк бит әле, тиҙәр.

Һәр кем үҙенең ниндәй һөҙөмтәләргә ирешеүен БДУ-ның regdict.bashegu.ru сайтына инеп белә ала.
Читайте нас: