газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Апрель 2018, 12:25

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылыта

Тәрбиәсе - изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе. Хатта сәсеүсе генә лә түгел, ә баҡсасы, сөнки үҫентеләрен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына ышана ул. Һүҙем үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар оҫталығын һәм күңелен һалып эшләгән 52-се балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Светлана Ямалова тураһында булыр.

Тәрбиәсе - изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе. Хатта сәсеүсе генә лә түгел, ә баҡсасы, сөнки үҫентеләрен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына ышана ул. Һүҙем үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар оҫталығын һәм күңелен һалып эшләгән 52-се балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Светлана Ямалова тураһында булыр.

Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән Светлана бәләкәйҙән балалар врачы булырға хыяллана. Әммә уның хыялы селпәрәмә килә, медицина институтына конкурстан үтмәй. Йәш ҡыҙ төшөнкөлөккә бирелмәй, 19-сы мәктәпкә өлкән пионервожатыйы булып эшкә лә, ситтән тороп педагогия институтына уҡырға инә. Кескәйҙәр менән эшләү теләге уны бер ваҡытта ла ташламай. Шуға ла туғыҙ йыл мәктәптә эшләгәндән һуң, 52-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша. Һәм бына инде утыҙ өс йылдан артыҡ ошо баҡсала тырышып эшләүен да-уам итә.

Тәрбиәсе булыуы еңел түгел, әлбиттә. Ҡайһы бер ата-әсәләр бер баланы тыңлата алмай, ә бында бер үҙенә - 20-25 бала! Сере нимәлә икән? Хәҙер заманса йәмғиәт тә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогына бик етди талаптар ҡуя.

Светлана Риф ҡыҙы үҙ һөнәри кимәлен үҫтереү маҡсатында компьютер технологиялары, яңыса алымдар менән эшләй. Ул - күп белемлелеккә эйә булған педагог. Уның эшмәкәрлегендә йәш психологияһын аңлама-йынса эшләп булмай, сөнки балаларҙың ҡайһы бер ҡылыҡтары тап йәш үҙгәреш-тәре менән бәйле. Педагог бында һәр бала менән айырым эшләү ысулдарын да онотмай.

Тәрбиәсе кескәйҙәрҙең шәхси һәләтен күрә һәм үҫтерә белә. Шулай уҡ ата-әсәләрҙе балаларының уңыштарына һәм ниндәйҙер проблемаларына иғтибарын йүнәлтә. Светлана Риф ҡыҙы улар менән дә аңлашып, бер йүнәлештә эшләй. Шуға ла уны ата-әсәләр хөрмәт итә, ярата һәм ҡәҙерләй.

Уның төркөмөнә 3 йәшлектәр килә һәм ул һәр баланың күңеленә асҡыс таба белә. Балалар беренсе көндән үк уның иғтибарын тоя, ыңғай мөхит һәм уңайлы шарттар булдырылған төркөмгә рәхәтләнеп йөрөй. Светлана Риф ҡыҙы кескәйҙәрҙәге үҙгәрештәрҙе шунда уҡ һиҙә. Тәрбиәсе уларҙың төрлө яҡлап үҫешенә, грамоталылығына күпме тырышлыҡ һала. Балалар был һоҡланғыс донъяны таный, диңгеҙ төбөнә «төшә», планета-йондоҙҙарға «менә», динозаврҙар осорона «ҡайта». Сабыйҙар үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәнә, хыялдарға бирелә, биш йәштән уҡырға өйрәнә.

Үҙе шиғыр ижад итеүсе тәрбиәсе әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында балалар менән Пушкин кисәләре үткәрә. Ул ҡаланың 65 йыллығына арналған энциклопедияны төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Уның яҙған шиғырҙары «Йөрәгемде балаларға бирәм» йыйынтығында донъя күрә. Шулай уҡ Светлана Ямалованың Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған «Шағир йөрәгенән - бәләкәй йөрәктәргә» программаһы «Тәрбиәсегә.РУ» сайтында баҫыла. Был ижады өсөн ул 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ була.

Светлана Ямалованың ҡырҡ йылдан ашыу тынғыһыҙ хеҙмәте РФ-тың Мәғариф һәм фән министрлығының, БР-ҙың Мәғариф министрлығының, Салауат ҡала хакимиәтенең, ҡала мәғариф идаралығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

52-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Галина Акшенцева Светлана Риф ҡыҙы тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә еткерҙе.

- Светлана Риф ҡыҙы - үҙ эшенең оҫтаһы. Тәжрибәле тәрбиәсене балалар ҙа ярата, ата-әсәләр ҙә һәм коллегалары ла хөрмәт итә. Ул телмәр үҫтереү буйынса эләктергес менән эшләү методикаһын да уйлап тапҡан. Шуның өсөн дә сығарылыш төркөмдәре тәр-биәләнеүселәренең 90 проценты уҡый белә. Ул тәрбиәүи эш алымдары менән уртаҡлаша, кәңәш ҡора, докладтар менән сығыш яһай, аңлайышлы, көнүҙәк темаларҙы асып һөйләй, асыҡ дәрестәр үткәрә. Ә иң мөһиме, балаларҙың һәләттәрен асыуға, үҫтереүгә өлгәшә ул, - ти өлкән тәрбиәсе.

Бөтә яҡлап та талантлы хеҙмәткәргә ойоштороу һәләте лә бирелгән. Үткәрелгән сараларҙың, конкурстарҙың режиссеры ла, сценарий авторы ла ул. Төп эшенән тыш ул юбилей-байрамдарҙа тамада ролен башҡара, рус әҙәбиәтенән репетитор дәрестәре алып барырға ла ваҡыт таба.

Светлана Ямалова ике ҡыҙына, ике ейәненә һәм ейәнсәренә оло терәк булып тора. Балаларының күптән инде үҙ тормошо булһа ла, улар һәр ваҡыт әсәйҙәре янында. Улар бергәләп баҡса үҫтерә, тәбиғәттә матур итеп ял итә.

- Тәрбиәсе булып эшләүе үтә яуаплы, әммә мин кескәйҙәрҙе яратам. Иң мөһиме - балаларҙың һине үҙ итеүе. Әгәр ҙә улар һине ҡабул итмәй икән, тимәк, балалар баҡсаһында эшләү мөмкин түгел. Тәрбиәсе балалар менән уртаҡ тел таба алырға, уларҙы аңлай һәм ғәфү итә белергә тейеш. Бөтә күңелем менән эшемә бирелгәнмен. Һәр балала үҙ хеҙмәтемдең һөҙөм-тәһен күрһәм, ата-әсәләрҙең рәхмәттәрен ишетһәм, был минең өсөн - барыһы ла! - ти Светлана Риф ҡыҙы.
Читайте нас: