газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Апрель 2018, 15:35

Дөрөҫ һәм матур телмәр тәрбиәләү оҫталығы

Логопедия - «дөрөҫ телмәр тәрбиәләү» тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта ҡырҡ процент тирәһе балаларҙың һөйләү проблемалары бар. Шуның өсөн ата-әсәләр белгестәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Логопед өндәр генә «ҡуймай», ә иғтибарлылыҡ, күреү һәм ишетеү һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Белгес телмәр һәм башҡа төрлө тайпылыштары булған балаларҙы йәмәғәт тормошона әҙерләй. Башланғыс кластар уҡытыусыһы, логопед Светлана Гусева менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

Логопедия - «дөрөҫ телмәр тәрбиәләү» тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта ҡырҡ процент тирәһе балаларҙың һөйләү проблемалары бар. Шуның өсөн ата-әсәләр белгестәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Логопед өндәр генә «ҡуймай», ә иғтибарлылыҡ, күреү һәм ишетеү һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Белгес телмәр һәм башҡа төрлө тайпылыштары булған балаларҙы йәмәғәт тормошона әҙерләй. Башланғыс кластар уҡытыусыһы, логопед Светлана Гусева менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

- Светлана Рәфис ҡыҙы, логопед - һеҙҙең икенсе һөнәрегеҙ. Ни өсөн тап уны һайланығыҙ?

- Утыҙ йылдан артыҡ башланғыс кластар уҡытыу-сыһы булып эшләйем. Мәктәптә балаларҙың тел-мәре боҙолоуын күрәм һәм ишетәм. Өн-хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтмәйҙәр, асыҡ һөйләш-мәйҙәр, уй-фекерҙәрен ет-керә алмайҙар... Быларҙың барыһы ла балаға уҡыуҙа ҡамасаулай. Иң беренсе сиратта, балаларға ярҙам иткем килде. Кескәйҙәрҙең ҡәнәғәт күҙҙәрен күреү, ата-әсәләрҙең рәхмәтен ишетеү мине ҡанатландыра.

- Бөтөнләй икенсе өлкәгә китергә уйлағанығыҙ булманымы?

- Юҡ, бер ҡасан да, сөнки мин балаларҙы яратам.

- Бәлки яңғылышамдыр, хәҙерге заманда телмәре боҙолған балалар күп. Һеҙҙеңсә, был нәмә менән бәйле?

- Ысынлап та, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, айы-рыуса телмәре тотҡарланған балалар күбәйгәндән-күбәйә. Ауырға ҡалғандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен әҙ генә насар тойһа, ниндәй генә дарыу эсмәй. Тик һау-сәләмәт әсәйҙән генә ныҡлы бала тыуа. Әлбиттә, беҙҙең туҡланыу, экология, стрестар ҙа мөһим роль уйнай.

- Баланың телмәрен үҫтереүҙә «мәлде ҡулдан ысҡындырыу» мөмкинме? Ниндәй йәшкә тиклем етешһеҙлектәрҙе йүнәтеп була?

- Төрлө йәштә лә логопедтан ҙур тырышлыҡ талап ителә. Ни хәтлем иртә тотонһаң, шунса яҡшы. Ике йәштән өскә тиклем телмәргә нигеҙ һалына. Баланың артта ҡалыуына иғтибар итмәһәң, проблема киҫкенләшеүе мөмкин. Биш йәштәрҙә һуң була һәм мәктәпкә тиклем уны хәл итеүе бик ауыр буласаҡ.

- Күп ата-әсәйҙәрҙең түләүле дәрестәргә йөрө-төргә мөмкинселектәре юҡ. Телмәр проблемаһын тик логопед ҡына хәл итәме, йәки ата-әсә өйҙә лә шөғөлләнә аламы?

- Әлбиттә, өйҙә лә шөғөлләнергә мөмкин. Был һорау буйынса хәҙер китаптар ҙа күп. Беренсенән, балағыҙ менән һәр ваҡыт һөйләшегеҙ, һорауҙарына яуап бирегеҙ. Икенсенән, бармаҡтарына гимнастика, массаж яһарға мөмкин. Өсөнсөнән, магазиндарҙа балсыҡ, пластилин, буяуҙар кеүек материалдар һатыла. Әйҙә, рәхәтләнеп төшөрөгөҙ, буяғыҙ, әүәләгеҙ. Һәм дә артикуляцион гимнастика эшләргә онотмағыҙ. Ул балаға киләсәктә бөтә өндәрҙе лә үҙләштерергә ярҙам итәсәк.

- Күп осраҡта ата-әсәләр балаһын лого-педҡа яҙа ла, шуның менән эш бөттө, ти. Дөрөҫ әйтелеште формалашты-рыуға улар ҙа тырышлыҡ һалырға тейештер?

- Мин балаларға өйгә эш биреп ҡайтарам. Улар ата-әсәләре ярҙамында күнегеүҙәрҙе ҡабатлай, гимнастика яһай. Ата-әсәй һәм логопедтың бергә тырышлығы менән генә берәй һөҙөмтәгә ирешергә була.

- Әгәр бала өйҙә берәй һүҙҙе йәки хәрефте дөрөҫ әйтмәһә, ата-әсә баланы тәнҡитләй, төҙәтә, әрләй башлай...

- Баланы әрләргә ярамай. Киреһенсә, дөрөҫ әйтелеште ҡыҙыҡлы уйын йәки кү-негеүҙәр менән нығытырға кәрәк. Мәҫәлән, тыңла әле, ниндәй матур һүҙ: «ррракета», ә һин шулайтып әйтә алаһыңмы?

- Ҡайһы бер баланың тел керешен хирургик ысул менән киҫтерергә тәҡдим итәләр. Был һөйләшеүҙе рәтләүҙә берҙән-бер ысулмы? Әллә күнегеүҙәр ҙә ярҙам итәме?

- Уны һуңғы сиктә генә ҡулланырға мөмкин. Телде һуҙыу өсөн күнегеүҙәр бик күп һәм улар һәр балаға шәхсән. Улар ярҙамында һөҙөмтә булмаған осраҡта ғына медицина белгестәренә мөрәжәғәт итергә була.

- Яҡшы һөҙөмтә өсөн логопед бала менән уртаҡ тел табыуы мотлаҡтыр?

- Әлбиттә, иң беренсе сиратта, уртаҡ тел табыу мөһим. Кескәйҙәр менән эшләү беҙҙе лә балалар кимәлендә булыуҙы талап итә. Үҫеү дәрестәрендә үҙем дә балаға әүереләм, сөнки улар беҙҙе ҡабатлай.

- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Һуңынан 5 йәшлек Ис-кәндәрҙең әсәһе Роза Ҡотлоғилдина үҙенең тәь-ҫораттары менән бүлеште.

- Улым ҡайһы бер хә-рефтәрҙе дөрөҫ әйтмәй ине. Оҙаҡ ҡына тәжрибәле логопед эҙләнек. Миңә Светлана Рәфис ҡыҙын әхирәтем тәҡдим итте. Уның дәрестәренә дүрт ай ғына йөрөйбөҙ. Әлегә «р» хәрефе килеп сыҡмай, ә «ж», «ш» хәрефтәрен әйтә башланы. Улыма ла оҡшай, мин дә ҡәнәғәт, - ти ул.
Читайте нас: