Ҡайһы саҡ балаларға белем бир-гән уҡытыусыларҙы йәлләп тә ҡуям. Хәҙерге заман уҡыусылары менән эшләүе бигерәк ауырға төшә уларға. Бар шатлыҡты виртуаль донъя менән генә аралашыуҙан тапҡан балаларға китаптың белем сығанағы булыуын, уның һәр ваҡыт аң-белемгә өндәүен аңлатып ҡара. Педагог һөнәрен алып сыҡҡан йәштәрҙең күп өлөшө үҙ белгеслеге буйынса эшләмәй, башҡа тармаҡтарға китә. Үҙ эшенә тоғро булғандар ғына тырышып-тырмашып шул юҫыҡта хеҙмәт итеүен дауам итә. 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтова ла шундайҙарҙың береһе.
Ҡыҙ үҙе тыуған Ишембай районының бәләкәй генә Һарғай ауылында аҙ комплектлы мәктәптә уҡый. Балалар аҙ булғас, I - III кластар бергә белем ала. Шул саҡта уҡ уҡытыусыһы Нәҙимә апай уға 1-се класта дәрес үткәреүҙе ышанып тапшыра. Рәхәтләнеп, «ысын» уҡытыусы роленә инеп, бәләкәстәргә һабаҡ бирә ул. 5-се класҡа күрше Иҫәкәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға баралар. Бында инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баныу Ғарипова уларҙан «әҙәбиәтсе» яһарға тотона. Эйе, эйе, ысынлап та «яһарға»! Көн һайын өс саҡрым араны ике урайҙар, сөнки дәрестән һуң әҙәби кисәләр, китап уҡыу конференциялары, «Йәш әҙәбиәтсе» түңәрәгенең ҡулъяҙма журналдарын сығарыу менән мәж киләләр! Уҡытыусылары бөтәһен дә тиерлек шиғыр яҙырға өйрәтә. Инша, бәләкәй хикәйә яҙыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әллә бөтәһен дә беләм тип һанағанғамы, Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы артабанғы яҙмышын тел һәм әҙәбиәт менән бәйләмәй, буласаҡ һөнәрен медицинаға арнарға ҡарар итә.
- Салауат медицина училищеһын тамамлап, бер нисә йыл ҡаланың балалар поликлиникаһында, аҙаҡ балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләнем. Һөнәремде яратып башҡарҙым, кескәйҙәрҙе үҙ баламдай күреп, тырышып хеҙмәт иттем. Тик күңелдә шиғриәт осҡоно бер ҡабынһа, ул һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә икән. Мин дә талпынып осор күгем әҙәбиәт донъяһында икәнен аңланым һәм 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына юл тоттом. Шуны ла әйтеп үтәйем, кеше өсөн барыбер остаздарҙың кәңәше һәр саҡ бик кәрәк. Миңә лә уҡытыусым Баныу Ғарипова, Маҡар мәктәбе директоры Харис Фәтҡуллин: «Һинең урының - мәктәп, әҙәбиәт. Һинең яҙмышың - уҡытыусы һөнәрендә», тип кәңәш биреп, дәртләндереп, тел һәм әҙәбиәт юлын һайлауыма фатихаларын бирҙе, - ти тәжрибәле уҡытыусы.
Сәүиә Бикмөхәмәтова университет-ты ситтән тороп тамамлай, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 1994 йылда ҡалабыҙҙа тәүге башҡорт гимназияһы асылғас, шунда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп алына. Бына 23 йыл инде ул ошо белем усағында балалар күңеленә туған телебеҙҙең байлығын, халҡыбыҙ мәҙәниәтенең бөйөклөгөн еткереүгә ынтыла, уларҙың йәндәрен сафландырырлыҡ тылсымлы һүҙҙәр менән кескәй йөрәктәренә юл һала. Эшенең төп йүнәлеше - башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү. 5-се класҡа ҡабул итеп алған балаларҙың ниндәй юҫыҡта һәләте барлығын самалау менән, шул йүнәлештә эш башлай: береһе менән шиғырҙы тасуири һөйләү, икенсеһе менән иншалар бәйгеһендә, өсөнсөһө менән фән олимпиадаларында ҡатнаша, ҡалғандары менән фәнни-тикшеренеү эше алып бара, төрлө викторина һорауҙарына яуаптар эҙләйҙәр, үҙҙәре яҙған шиғыр-хикәйәләрҙе гәзит-журналдарға ебәрәләр. Тырышлығы бушҡа китмәй педагогтың. Уҡыусылары алған төрлө диплом һәм грамоталар хәҙер папкаға түгел, тоҡҡа һыймай башлай! Әйтәйек, быйылғы уҡыу йылында Наҙгөл Дәминова ҡалабыҙҙа үткәрелгән «Сәскә ат, Башҡортостан!» исемле иншалар бәйгеһендә һәм «Изге төйәгем - Башҡортостан» республика ижади эштәр конкурсында 1-се урын яулай, Эльвина Байрамғолова ҡалала шиғырҙы тасуири һөйләүселәр араһында Гран-приға лайыҡ була, яңыраҡ Күгәрсен районында уҙғарыл-ған Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Биишева уҡыуҙары» республика фәнни-тикшеренеү эштәре бәйгеһендә 3-сө урын ала, Юлиә Рәмиева менән Сабина Мөхәмәтҡолова «Өфө - беҙҙең баш ҡала» исемле республика интеллектуаль бәйгеһендә еңеүсе була. Уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән төбәк-ара олимпиа-даларҙа йыл һайын ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙынан уҡытыусының бала тормошондағы роле менән ҡыҙыҡһынам.
- Гимназияла эшләү осоронда төрлө быуын ата-әсәләре һәм балалар менән эшләргә тура килде. Эш тәжрибәмдән сығып, шуны әйтер инем: баланың яҙмышын, тормоштағы урынын билдә-ләүҙә уҡытыусының ижади эшләүе бик ҙур роль уйнай. Төрлө бәйгеләргә йөрөткән балаларым бөтәһе лә уңыш ҡаҙанған шәхес булып үҫте, улар төрлө аудитория алдында үҙ фекерен ҡыйыу әйтә ала, ижади ҡарашлы, яңы идеяларға бай кешеләр. Хәҙерге заманда ҡайһы бер ата-әсәләр башҡорт телен өйрәнеүҙе артыҡ эш тип һанап, ныҡ хаталаналар! Көнө-төнө БДИ-ға әҙерләнеп ултырып ҡына баланы үҙ аллы шәхес итеп үҫтереп булмай. Үҙ туған телен, тамырҙарын белгән бала ғына ерҙә ныҡ баҫып тора, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе белгән уҡыусы ғына киләсәккә ҡыйыу юлдар яра, - тип үҙ фекерен белдерҙе уҡытыусы.
Яҙғы ташҡындар мәлендә, бөтә донъя яҙҙы ҡаршылағанда тыуғанғалыр ахырыһы, Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы хис-тойғоларға бай, ҡуйған маҡсаттарына ирешмәйенсә тынысланмаҫ кеше, һәр саҡ бейеклектәргә, яңы үрҙәргә ынтыла. Ул конкурстарға балаларҙы ғына әҙерләп ҡалмай, үҙе лә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ижади бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша, «Башлағас - тамамла, ярышҡа сыҡҡанһың икән - еңеүгә ынтыл!» тигән девиз менән алға атлай.
Шиғырҙар, хикәйәләр яҙыуы уның яратҡан шөғөлө булып ҡала.
- Уларҙы мин көн дә яҙып ултырма-йым, ә күңелем талабы булып, хис-тойғоларымды сафландырыусы булып тыуа улар. Хикәйәләрем «Йәшлек» гәзитендә баҫыла. 2014 йылда Евразия яҙыусылар берлеге, «Тюрксой» ойош-маһы һәм «Ағиҙел» журналы үткәргән Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһендә ҡатнашып, республика кимәлендә 2-се урын яуланым, - ти ул.
Сәүиә Бикмөхәмәтова эшендә генә түгел, шәхси тормошонда ла бәхетле. Тормош иптәше Ринат Ғәләүетдин улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Олатай-өләсәй тип өҙөлөп торған, тормоштарына йәм һәм йән биргән өс ейәне бар.
- Балаларым, туғандарым, ауылда беҙҙе көтөп тороусы 81 йәшлек әсәйем, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым менән аралашып бергә йәшәү, ғаилә байрамдарын үткәреү - тормошомдоң иң ҙур мәғәнәһе, - ти мәҡәлә геройы.