Уҙған аҙнала 1-се гимназияла мәғариф буйынса тармаҡ кәңәшмәһе үтте. Унда ҡала хакимиәте вәкилдәре, мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждение етәкселәре, Ишембай, Мәскәү ҡалаһынан ҡунаҡтар ҙа бар ине. Сарала иң көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов һүҙ алып, мөһим һаналған бурыстарға туҡталды.
- Пермдәге ваҡиға бөтә йәмәғәтселекте тетрәндерҙе. Уҡытыусы иңендә ҙур бурыстар ята. Улар баланың тулыһынса хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Шуға күрә һеҙ һәр бала менән айырым эшләргә, уларҙың эске донъяһын, ниндәй проблемалар менән йәшәүен белергә, ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн профилактик саралар уҙғарырға бурыслыһығыҙ. Ҡала яйлап аутсорсинг системаһына күсә. Уның һөҙөмтәһен урында күрергә һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итергә тейешбеҙ. Һорау-ҙар күп, проблемалар ҙа етерлек. Мәктәптәрҙә капиталь ремонт үткәреү проблемаһы киҫкен тора. Программа Финанстар министрлығына ебәрел-гән һәм унан балаларҙың хәүефһеҙлеген лайыҡлы тәьмин итерлек сара-лар бүленеүенә ышанабыҙ», - тине ул.
Фәрит Фәррәх улы марттағы сәйәси ваҡиғаларҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ил Президентын һайлаған көндө салауаттар ҡалала ниндәй биләмәләрҙең төҙөкләндерергә теләүен дә белдерә ала. Улай ғына ла түгел, 5 февралгә тиклем ҡала хакимиәтенә тәҡдимдәрҙе ебәрергә мөмкин. «Ниндәй объект иң күп тауыш йыя, шуға федераль, республика һәм ҡала бюджетынан һиҙелерлек ярҙам бүленәсәк. Ҡала яҙмышы - һеҙҙең ҡулда. Битараф булмайыҡ», - тине ул.
Мәғариф идаралығы начальнигы Фруза Хәбибуллина август кәңәшмәһендә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше, ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. Ыңғай үҙгәрештәр менән бер рәттән, борсолоу уятҡан мәлдәр барлығын да телгә алды етәксе. Мәҫәлән, балаларҙы бер сменала ғына ҡабул итеү ауырлыҡ тыуҙыра, сөнки балалар күп, урындар етмәй, шуға күрә, ҡаланың 3-сө биҫтәһендә 1000-1200 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү ихтыяжы ҙур. Фруза Йәғәфәр ҡыҙы шулай уҡ күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы, бушлай туҡланыу тураһында ла бәйән итте.
Уҡытыу-методика үҙәге директоры Марина Вишева «Муниципаль белем биреү учреждениеларының эш сифатын бойондороҡһоҙ баһалау һөҙөмтәләре», мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Сергеева «Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу» темалары менән сығыш яһаны.
Берҙәм дәүләт имтихандары уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә иң борсоған һорауҙарҙың береһе булып ҡала. Идаралыҡтың баш белгесе Татьяна Васильева тап ошо турала ентекле һөйләне.
- 9-сы класс уҡыусыларын быйыл тағы бер һынау көтә. Дәүләт йомғаҡлау аттеста-цияһына үтеү өсөн башта рус теленән телдән имтихан тапшырырға кәрәк була. Ошондай проект әлегә һынала, әммә киләһе йылдан ул мотлаҡ йомғаҡлау аттестацияһына инеү өсөн рөхсәт булып иҫәпләнәсәк. Февралгә тәғәйенләнгән был һынау, етди үҙгәрештәргә күп коллективтар әҙер булмағанға, 13, 16 апрелгә күсерелде. Профилле математика буйынса былтырғы ҡала һөҙөмтәләре республика күрһәткестәренән түбәнерәк булды. Имтихан һөҙөмтәләре буйынса иң түбән балл йыйған мәктәптәр менән айырым эш алып барыла. Ата-әсәләр менән дә эш дауам итә. Сираттағы видеоконференция режимындағы ата-әсәләр йыйылышы 15 февралдә үтә. Унда 9-сы кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү мәсьәләләре ҡараласаҡ, - тине ул.
Өфө авиация-техник университетының Ишембай ҡалаһындағы филиалының кафедра мөдире Оксана Носова үҙҙәренең уҡыу йортонда бюджет урындары бүленеүе, хеҙмәт баҙарында тап улар әҙерләгән кадрҙарға ҡытлыҡ кисерелеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ йыйылыусылар алдында Мәскәү ҡалаһынан Рәсәйҙең «Рус һүҙе» төбәк үҫеш буйынса йәмғиәте директоры Марина Соловей электрон китаптың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, ирешелгән уңыштар, ҡаҙаныштар бар, әммә проблемалар, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Улар өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле.